Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Башланмыш 19:30 - Башкирский ВЗ (неполный)

30 Лут Соғарҙа ҡалырға ҡурҡты. Шуға күрә ике ҡыҙы менән тауҙарға китте. Улар бергәләшеп мәмерйәлә йәшәй башланы.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

30 Лут Соғарҙа ҡалырға ҡурҡты. Шуға күрә ике ҡыҙы менән тауҙарға китте. Улар бергәләшеп мәмерйәлә йәшәй башланы.

Ver Capítulo Copiar




Башланмыш 19:30
10 Referencias Cruzadas  

Мин ҡолоңа шундай яҡшылыҡ эшләнең һин! Оло мәрхәмәт күрһәттең миңә – ғүмеремде һаҡлап алып ҡалдың! Ләкин тауҙарға тиклем йүгереп етә алмам, бәләгә юлығырмын, һәләк булырмын.


Хешбон менән Әлғәленең иңрәүҙәре Яһасҡа олғашыр, Соғарҙан Хоронаимға, Ғәғләҫ-Шелишияһҡа саҡлы барып етер. Хатта Нимрим һыуҙары ҡорор.


Йөрәгем һыҙлана Моав өсөн! Моав кешеләре Соғарға, Ғәғләҫ-Шелишияһ ҡастылар. Илай-илай Лухиҫҡа ҡалҡалар, Үҙҙәренә ябырылған һәләкәттән Хоронаим юлында сеңләйҙәр.


Әммә һин ташҡын һыу һымаҡ дыуамалһың, Инде хәҙер алдын була алмаҫһың. Сөнки атайыңдың түшәгенә ятып, Ятыр урынымды хәрәм ҡылдың.


Ҡаланан сыҡҡас, фәрештәләрҙең береһе Лутҡа былай тине: – Йәнеңде ҡотҡар, артыңа әйләнеп ҡарама. Был тирәлә бер ерҙә лә туҡталма, тауҙарға табан йүгер, юҡһа һәләк булырһың!


– Мин Раббыға, күк менән ерҙе яратҡан Юғарыларҙан Юғары Аллаға ҡулымды күтәреп ант итәм.


Лут тирә-яҡты байҡап, шуны күрҙе: Иордан йылғаһының үҙәне – Соғарҙың үҙенә тиклем – Раббы баҡсаһылай, Мысыр тупрағы ише һуғарыулы ерҙәр ине. Был Раббы Содом менән Ғамора ҡалаларын юҡ иткәнгә тиклем булғайны.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios