Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Башланмыш 18:27 - Башкирский ВЗ (неполный)

27 – Бына мин хозурыңда ни бары көл-туҙан бер әҙәммен, – тине Ибраһим. – Шулай ҙа бөйөк Хакимымдан һорарға баҙнат итәм:

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

27 – Бына мин хозурыңда ни бары көл-туҙан бер әҙәммен, – тине Ибраһим. – Шулай ҙа бөйөк Хакимымдан һорарға баҙнат итәм:

Ver Capítulo Copiar




Башланмыш 18:27
18 Referencias Cruzadas  

– Бөттөм, һәләк булдым! – тинем. – Сөнки ауыҙы нәжес бер әҙәммен, нәжес ауыҙлы кешеләр араһында йәшәйем. Ә күҙҙәрем Батшаны – Күк ғәскәрҙәре Раббыһын күрҙе.


Тупраҡҡа кире ҡайтҡанға тиклем Әсе тир түгеп табырһың икмәгеңде. Сөнки тупраҡһың, тупраҡтан яратылдың, Ҡабат тупраҡҡа әйләнәсәкһең».


Тик шулай ҙа, Раббы, Һин – беҙҙең Атабыҙ! Беҙ – балсыҡ, ә Һин – беҙҙең көршәксе. Барыбыҙ ҙа – Һинең ҡулыңдың эше.


Тупраҡтан яралған тәнең ҡабат тупраҡҡа ҡайтыр. Алла биргән йәнең кире Эйәһенә ҡайтыр.


Раббы Алла әҙәмде тупраҡтан әүәләне һәм танау тишегенә йәшәү һулышы өрҙө. Шулай итеп, кеше тере йән эйәһе булды.


Раббы бөйөк, икһеҙ-сикһеҙ маҡтауға Ул лайыҡ, Уның бөйөклөгөнә һис етмәҫ аҡыл.


Бармаҡтарың әүәләгән күккә баҡтым, Һин урынлаштырған ай менән йондоҙҙарға ҡараным.


әгәр ҙә тәҡүә иллегә биш кеше тулмаһа, шул етмәгән бишәү өсөн тотош ҡаланы юҡ итерһеңме? – Әгәр ҙә мәгәр унда ҡырҡ биш тәҡүәне тапһам, ҡаланы юҡ итмәм, – тип яуап бирҙе Раббы.


Ләкин Муса Аллаһы Раббыға ялбара башланы. – Раббым! – тине ул. – Ниңә Һинең Үҙеңдең ҡөҙрәтең – көслө ҡулың менән Мысырҙан алып сыҡҡан халҡыңа ҡарата асыуың ялҡынлана?


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios