Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Башланмыш 18:19 - Башкирский ВЗ (неполный)

19 Балаларына һәм үҙенән һуңғы нәҫел-ырыуына дөрөҫлөктө яҡлап, ғәҙел хөкөм ҡылып Раббы юлынан йөрөргә бойорһон тип, Ибраһимды һайланым. Шул саҡта Мин, Раббы, уға нимә вәғәҙә иткән булһам, шуны үтәрмен.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

19 Балаларына һәм үҙенән һуңғы нәҫел-ырыуына дөрөҫлөктө яҡлап, ғәҙел хөкөм ҡылып, Раббы юлынан йөрөргә бойорһон тип, Ибраһимды һайланым. Шул саҡта Мин, Раббы, уға нимә вәғәҙә иткән булһам, шуны үтәрмен.

Ver Capítulo Copiar




Башланмыш 18:19
39 Referencias Cruzadas  

Балаңа лайыҡлы юлды йәштән өйрәт – ҡартайғас та шул юлдан тайпылмаҫ.


былай тип өҫтәне: – Мин һеҙгә бөгөн иғлан иткән был һүҙҙәрҙе йөрәгегеҙгә бикләгеҙ. Был ҡанундың бөтә һүҙҙәренә диҡҡәт итһендәр һәм теүәл үтәһендәр өсөн балаларығыҙға бойороғоҙ.


Әммә мин абынғас, улар ҡыуандылар. Өймәкләшеп ҡаршы тупландылар, Юлбаҫарҙар абайламаҫтан төртөп йығып, Туҡтауһыҙ йолҡҡоланылар.


Ҡырҡып ташлаһын Раббы ялғай телдәрҙе; Маҡтансыҡ ауыҙҙарҙың өндәрен тыҡһын.


Тереләр, бары тереләр генә Бөгөн мин шөкөр иткән кеүек һиңә рәхмәтле булыр. Аталар Һинең ярҙамың тураһында балаларына аңлатыр.


Сөнки Раббы тәҡүәләрҙең юлын һаҡлар; Яуыздарҙың юлы иһә һәләкәткә илтер.


«Ерҙәге бөтә нәҫелдәр араһынан Мин тик һеҙҙе генә һайлап алдым, Шуға ла гонаһтарығыҙ өсөн Һеҙҙән бик ҡаты һораясаҡмын!»


Һинән бөйөк халыҡ тыуҙырырмын, Һине мөбәрәк ҡылырмын, атыңды бөйөк итермен; Һин фатиха-бәрәкәт сығанағы булырһың!


Һиңә берәү фатихаһын бирһә, Мин дә уға фатихамды бирермен! Һине ҡәһәрләгәнде ҡәһәрләрмен! Ер йөҙөндәге барса халыҡтар Һинең аша фатиха аласаҡ.


Алла Ибраһимға былай тине: – Һин үҙең, һинән һуң тоҡомоң быуындан-быуынға Минең килешеүемә тоғро булығыҙ.


Мине тыңлағаның өсөн Ер йөҙөндәге бөтә халыҡтар Тоҡомоң аша фатиха алыр».


Яҡуп ғаиләһенә һәм янындағы бөтә кешеләргә былай тине: – Үҙегеҙҙә булған бөтә сит илаһтарҙы ташлағыҙ, таҙарынығыҙ ҙа кейемдәрегеҙҙе алыштырығыҙ.


Соҡоп алынған таштар урынына башҡа таштар ҡуйһындар һәм яңы иҙмә алып өйҙө ҡабат һылаһындар.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios