Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Башланмыш 18:14 - Башкирский ВЗ (неполный)

14 Раббының ҡөҙрәтенән килмәҫ эш бармы? Мин әйтелгән ваҡытта, икенсе йыл ошо мәлдә килгәндә, Сараның улы буласаҡ.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

14 Раббының ҡөҙрәтенән килмәҫ эш бармы? Мин әйтелгән ваҡытта, икенсе йыл ошо мәлдә килгәндә, Сараның улы буласаҡ.

Ver Capítulo Copiar




Башланмыш 18:14
38 Referencias Cruzadas  

– Мин, Раббы, – бөтә йән эйәләренең Аллаһымын! Ҡөҙрәтемдән килмәгән берәй нәмә бармы Минең?


«Эй Раббы Хаким! Һин ҡулыңды һуҙып, бөйөк ҡөҙрәтең менән күк үә ерҙе яраттың. Һинең өсөн мөмкин булмаған бер генә нәмә лә юҡ.


Раббы Мусаға былай тине: – Раббының ҡулынан килмәҫ тип уйлайһыңмы әллә? Минең һүҙем тормошҡа ашырмы-юҡмы – хәҙер күрерһең.


Уларҙан һис ҡурҡмағыҙ, сөнки арағыҙҙа булған Аллағыҙ Раббы – бөйөк һәм дәһшәтле Алла.


Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти: «Ул көндәр был халыҡтың тере ҡалғандарының күҙендә мөмкин булмаған бер нәмә булып күренһә, Минең өсөн дә мөмкин түгел булып күренерме?» Шулай тип белдерә Күк ғәскәрҙәре Раббыһы.


Һинең һымаҡ гонаһтарҙы ярлыҡаған, Үҙ халҡының иҫән ҡалғандарының ғәйебен ғәфү ҡылған, Мәңгелеккә асыуын тотмаған, Тоғро һөйөүенән ләззәт алған Һинең һымаҡ башҡа алла бармы?


Шөһрәтен ҡәүемдәргә иғлан итегеҙ, Хикмәттәрен барса халыҡтарға еткерегеҙ.


Аллағыҙ Раббы, мәрхәмәт күрһәтеп, әсирлектән ҡайтарыр, һеҙҙе таратҡан ҡәүемдәр араһынан ҡабат йыйып алыр.


– Киләһе йыл ошо мәлдә тағы килермен, – тине мосафирҙарҙың береһе. – Ул ваҡытта ҡатының Сараның улы буласаҡ. Сара ҡунаҡтың артында, сатыр ауыҙында тыңлап тора ине.


Әммә килешеүемде киләһе йыл ошо ваҡытта Саранан тыуасаҡ улың Исхаҡ менән нығытырмын.


Йә Раббы, эй үс алыусы Алла! Үс алыусы Алла, сәс нурыңды!


Арыҫланға, зәһәр йыланға баҫып үтерһең, Йәш арыҫланды, йыланды иҙә тапарһың.


– Ниңә Сара, хәҙер инде ҡарсыҡ булғас, бала таба аламмы ни инде, тип көлә әле? – тине Раббы Ибраһимға. –


– Мин көлмәнем, – тип аҡланып маташты ҡурҡып ҡалған Сара. Әммә Раббы: – Юҡ, һин көлдөң, – тине.


Раббы, әйткән һүҙе буйынса, Сараға яҡшылыҡ ҡылды, уға биргән вәғәҙәһен ғәмәлгә ашырҙы.


Сара ауырға ҡалды һәм Ибраһимдың ҡартлыҡ көнөндә, Алла билдәләгән ваҡытта, бер ир бала тапты.


Мин килгәндә ниңә бер кем дә юҡ ине? Мин саҡырғанда ни өсөн һис кем яуапҡайтарманы? Һеҙҙе йолоп алыр өсөн әллә ҡулым ҡыҫҡарҙымы? Ҡотҡарыр өсөн көсөм етмәйме? Минең асыуым диңгеҙ киптерә, Йылғалар сүлгә әйләнә; Һыу бөткәс, балыҡтар серей, һыуһыҙлыҡтан үлә.


Даниил ултырған соҡор янына килеп, батша борсоулы тауыш менән: – Эй Даниил, тере Алланың ҡоло! Һин арыу-талыуһыҙ хеҙмәт иткән Аллаң һине арыҫландарҙан ҡотҡара алдымы? – тип өндәште.


Мин уға фатиха ҡылам һәм унан һиңә бер ул бирәм. Уға фатихамды бирәм: ул халыҡтарҙың әсәһе булыр, нәҫеленән батшалар сығыр.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios