Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Башланмыш 18:1 - Башкирский ВЗ (неполный)

1-2 Мамре ағаслығы янында Ибраһимға Раббы күренде. Ул көндөҙгө эҫелә сатыр ауыҙында ултыра ине. Күтәрелеп баҡҡайны, алдында өс мосафир торғанын күрҙе. Уларҙы күреү менән ҡаршыларына йүгереп барҙы ла, ергә ҡапланып, былай тине:

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

1-2 Мамре имәнлеге янында Ибраһимға Раббы күренде. Ул көндөҙгө эҫелә сатыр ауыҙында ултыра ине. Күтәрелеп баҡҡайны, алдында өс мосафир торғанын күрҙе. Уларҙы күреү менән ҡаршыларына йүгереп барҙы ла, ергә ҡапланып, былай тине:

Ver Capítulo Copiar




Башланмыш 18:1
17 Referencias Cruzadas  

Ҡасып ҡотолғандарҙан берәү килеп ғиври Ибрамға бөтәһен дә һөйләп бирҙе. Ибрам ул саҡта Әшкол менән Ғанерҙың туғаны әмөри кешеһе Мамреның имәнлеге янында йәшәй ине. Улар барыһы ла Ибрам яҡлылар ине.


Ибрам, сатырын һүтеп алып, тағы юлға сыҡты, барып Хеврон янындағы Мамре имәнлеге тигән урынға барып төпләнде. Ошонда Раббыға ҡорбан усағы яһаны.


Йософҡа былай тине: – Бер ваҡыт Лузда, Ҡәнғән ерендә, миңә сикһеҙ ҡөҙрәт эйәһе Алла күренде. Фатихаһын биреп, Ул:


Раббы Исхаҡҡа күренеп: – Барма Мысырға, – тине. – Мин күрһәткән ерҙә йәшә.


Алла, Ибраһим менән һөйләшеп бөткәндән һуң, юғарыға олғашты.


Ошо ваҡиғаларҙан һуң, Раббы Ибрамға бер күренмештә: – Ҡурҡма, Ибрам. Мин – һинең Ҡалҡаның. Һиңә бүләгем мул булыр, – тине.


Раббы, Ибрамға күренеп, былай тине: – Был ерҙе һинең тоҡомоңа бирәсәкмен. Ошо урында Ибрам үҙенә күренгән Раббыға бағышлап ҡорбан усағы эшләне.


Муса: – Әгәр ҙә улар миңә ышанмаһа, һүҙемде тыңламаһа, «Раббы һиңә күренмәгән!» – тиһә, миңә нимә эшләргә? – тип һораны.


Мосафирҙарҙың икеһе Содомға табан йүнәлде, Ибраһим иһә Раббы хозурында ҡалды.


Ибраһим, был урындан ҡуҙғалып, Негевҡа китте һәм Ҡадеш менән Шур араһына барып урынлашты, һуңынан бер килке Герарҙа йәшәне.


Яҡуп, ҡасандыр Ибраһим менән Исхаҡ килмешәк булып күсеп йөрөгән ерҙәргә – Ҡыръяҫ-Арбаға, йәғни Хеврондағы Мамреға, атаһы Исхаҡ янына килде.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios