14 Шуға күрә Ҡадеш менән Бәрәд араһында ятҡан был ҡоҙоҡ «Беер-Лахай-Рои» тип атала.
Ерҙәрҙе ҡарап сыҡҡас, ҡырҡ көндән ҡайтып килделәр.
Ибраһим вафат булғандан һуң Раббы уның улы Исхаҡты мөбәрәк ҡылды. Исхаҡ Беер-Лахай-Роиҙа йәшәй ине.
Исхаҡ яңы ғына Беер-Лахай-Роиҙан ҡайтҡайны. Был ваҡытта ул Негевта йәшәй ине.
Улар бер-береһенә ант иткән ошо урын Беер-Шәвәғ тип аталды.
Унан боролоп, улар Ғейн-Мишпатҡа, йәғни Ҡадешҡа килделәр, ғәмәлектәрҙең бөтә ерҙәрен баҫып алдылар һәм Хасасон-Тамарҙа йәшәгән әмөриҙәрҙе ҡыйраттылар.
Хәжәр Ибрамға ул табып бирҙе. Ибрам Хәжәрҙән тыуған улына Исмәғил тип исем ҡушты.
Алла ҡатындың күҙҙәрен асты – Хәжәр ҡоҙоҡ күрҙе. Ул барып турһығына һыу тултырып алды, улына һыу эсерҙе.