Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Башланмыш 15:5 - Башкирский ВЗ (неполный)

5 Раббы Ибрамды тышҡа алып сыҡты ла: – Күккә ҡара, – тине. – Әгәр ҙә һанай алһаң, йондоҙҙарҙы һанап ҡара. Шунан тағы әйтте: – Һинең нәҫелең шул тиклем буласаҡ.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

5 Раббы Ибрамды тышҡа алып сыҡты ла: – Күккә ҡара, – тине. – Әгәр ҙә һанай алһаң, йондоҙҙарҙы һанап ҡара. Шунан тағы әйтте: – Һинең нәҫелең шул тиклем буласаҡ.

Ver Capítulo Copiar




Башланмыш 15:5
22 Referencias Cruzadas  

Аллағыҙ Раббы һеҙҙе ифрат ишәйтте һәм һеҙ бөгөн күктәге йондоҙҙар һымаҡ күпһегеҙ.


Ҡолдарың Ибраһимды, Исхаҡты һәм Исраилды иҫеңә төшөр. Һин уларға: «Тоҡомоғоҙҙо күктәге йондоҙҙар һымаҡ күп итәм, вәғәҙә иткән ерҙе вариҫтарығыҙға мәңгелек биләмәгә бирәм», – тип Үҙең менән ант иткәйнең.


Һиңә мул-мул фатихамды бирәм! Күктәге йондоҙҙар ҡанса булһа, Күпме булһа диңгеҙ ярында ҡом, Бирәм һиңә шул ҡәҙәрле нәҫел-тоҡом. Балаларыңдың алдында Дошман ҡапҡалары ҡолар!


Ата-бабаларыңдан Мысырға етмеш кеше килгәйне. Ә хәҙер һеҙҙе Раббы Аллаң күктәге йондоҙҙар һымаҡ күбәйтте.


Ҡолом Дауыттың тоҡомон һәм Миңә хеҙмәт иткән левиҙәрҙе һанап бөтмәҫлек күк есемдәре һәм үлсәп булмаҫлыҡ диңгеҙ ҡомо һымаҡ ишәйтермен».


Ер йөҙөнә әмерҙәрен юллай, Уның һүҙе ташҡындай йәйелә.


Һинән бөйөк халыҡ тыуҙырырмын, Һине мөбәрәк ҡылырмын, атыңды бөйөк итермен; Һин фатиха-бәрәкәт сығанағы булырһың!


Ҡом бөртөгө күпме булһа, нәҫел-ырыуың да шул саҡлы күп булыр, улар көнбайышҡа ла, көнсығышҡа ла, төньяҡҡа һәм көньяҡҡа ла таралып ултырыр. Ер йөҙөндәге бөтә халыҡтар һинең һәм һинең тоҡомоң аша фатихалы булыр.


Тоҡомоңдо сикһеҙ арттырырмын, күктәге йондоҙҙар күпме булһа, шул саҡлы буласаҡ улар, бөтә был ерҙәрҙе Мин уларға бирәм. Ер йөҙөндәге бөтә халыҡтар һинең тоҡомоң аша фатихалы булыр –


Шунан дауам итте: – Һинең нәҫелеңде күбәйткәндән-күбәйтермен, хатта уның иҫәбенә сығырлыҡ булмаҫ.


Тоҡомоңды ерҙәге ҡом һымаҡ иҫәпһеҙ-һанһыҙ итәсәкмен. Әгәр берәйһе ерҙәге ҡом бөртөктәрен һанай алһа, һинең нәҫелеңдең хисабын белер.


Мин һинең менән килешеү төҙөйөм һәм нәҫел-нәсәбеңде иҫәпһеҙ-һанһыҙ күп итәм.


Атағыҙ Ибраһимға, һеҙҙе тыуҙырған Сараға ҡарағыҙ. Ибраһимды саҡырғанымда ул яңғыҙ ине, Уға фатихамды бирҙем, нәҫелен арттырҙым.


Яҡуп ул төндө шунда үткәрҙе лә иртәгәһен Ғаязға бүләккә көтөүҙәренән мал –


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios