3 Һуңғы биш батша әле Тоҙло диңгеҙ булған Сиддим үҙәнендә көс тупланы.
Шулай уҡ мин уларға Ғарава тигеҙлеген бирҙем. Уның сиге – Иордан йылғаһы ине: ул, Киннереҫ күленән башланып, Ғарава диңгеҙенә, йәғни Тоҙло диңгеҙгә, тиклем, ә көнсығышта Писга тауы итәгенә тиклем һуҙылған.
Сик артабан Иордан йылғаһы буйлап төшөр ҙә Тоҙло диңгеҙгә етеп туҡтар. Был һеҙҙең илегеҙ булыр. Уның сиктәре шулай.
Раббы Содом менән Ғамораға күктән, ямғыр һымаҡ итеп, утлы көкөрт яуҙырҙы,
Уларҙың биләмәләре Сидондан алып Герар яғына табан Газаға тиклем, ә Содом, Ғамора, Адма һәм Севоим яғынан Лашағҡа тиклем һуҙыла.
Был батшалар ун ике йыл буйына Кедорлағомер иҙеүе аҫтында булып, ун өсөнсө йылында баш күтәргәйне.
Бынан һуң Содом, Ғамора, Адма, Севоим, Белағ, йәғни Соғар батшалары юлға сыҡты. Был биш батша дүрт батшаға – Ғелам батшаһы Кедорлағомер, Гоим батшаһы Тидғал, Шинғар батшаһы Амрафел, Елласар батшаһы Арйохҡа ҡаршы Сиддим үҙәнендә һуғышҡа инде.
Сиддим үҙәнендә ыҫмалалы соҡорҙар күп ине. Содом менән Ғамора батшаларының яугирҙәре ҡасып барғанда ошо соҡорҙарға батты, тере ҡалғандар тауҙарға ҡасты.