Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Башланмыш 14:13 - Башкирский ВЗ (неполный)

13 Ҡасып ҡотолғандарҙан берәү килеп ғиври Ибрамға бөтәһен дә һөйләп бирҙе. Ибрам ул саҡта Әшкол менән Ғанерҙың туғаны әмөри кешеһе Мамреның имәнлеге янында йәшәй ине. Улар барыһы ла Ибрам яҡлылар ине.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

13 Ҡасып ҡотолғандарҙан берәү килеп, ғиври Ибрамға бөтәһен дә һөйләп бирҙе. Ибрам ул саҡта Әшкол менән Ғанерҙың туғаны әмөри кешеһе Мамреның имәнлеге янында йәшәй ине. Улар барыһы ла Ибрам яҡлылар ине.

Ver Capítulo Copiar




Башланмыш 14:13
23 Referencias Cruzadas  

Ибрам, сатырын һүтеп алып, тағы юлға сыҡты, барып Хеврон янындағы Мамре имәнлеге тигән урынға барып төпләнде. Ошонда Раббыға ҡорбан усағы яһаны.


Кешеләрҙе ашатыуға киткән сығымдан һәм минең менән барыусыларға тейеш өлөштән башҡа бер нәмә лә кәрәкмәй миңә. Минең менән яу сапҡан Ғанер, Әшкол, Мамре үҙҙәренең өлөшөн алһын, әйҙә.


Мине ғивриҙәр еренән урлап алып килделәр. Бында ла зинданға бикләрлек бер нимә лә эшләмәнем!


– Мин ғивримен, – тип яуап ҡайтарҙы Юныс. – Мин диңгеҙ менән ҡоро ерҙе бар иткән Күк Аллаһы Раббыға табынам.


Исраилдар әмөриҙәр батшаһы Сихонға: – Беҙгә үҙ ереңдән үтеп китергә рөхсәт итһәң ине, баҫыуҙарыңа ла, йөҙөм баҡсаларыңа ла тайпылмабыҙ, ҡоҙоҡтарыңдан эсмәбеҙ, ерҙәреңде үткәнсе Батша юлынан ғына барырбыҙ, – тигән үтенес менән илселәрен ебәрҙе.


Байтаҡ йылдар үтте. Муса үҫеп егет булды. Ул бер ваҡыт ҡан-ҡәрҙәштәре янына килде, уларҙың ауыр эштән интегеүҙәрен күрҙе. Ҡараһа, бер мысыр кешеһе ғивриҙе туҡмап ята.


Асып ҡараһа, бала ята. Сабый буҫығып илай. Фирғәүен ҡыҙы баланы йәлләне. – Ғиври балаһы был, – тине ул.


Йософҡа ашарға айырым, ҡунаҡтарға айырым, мысырҙарға айырым ҡуйҙылар, сөнки мысырҙарға ғивриҙәр менән бергә ултырып ашарға ярамай, мысырҙар өсөн был ерәнгес һанала ине.


Беҙҙең менән бергә һаҡсылар башлығының ҡоло булған йәш ғиври бар ине. Беҙ уға төштәребеҙҙе һөйләнек. Ул беҙгә юраны, һәр беребеҙгә нимә аңлатҡанын әйтеп бирҙе.


шулай уҡ унан йевусиҙәр, әмөриҙәр, гиргашиҙәр,


хеҙмәтселәрен саҡырып: – Ҡарағыҙ әле! Ирем был ғивриҙе беҙҙе мыҫҡыл итер өсөн алып ҡайтҡан. Ул яныма килеп минең менән ятырға теләгәйне, тик мин ҡысҡырып ебәрҙем.


Мамре ағаслығы янында Ибраһимға Раббы күренде. Ул көндөҙгө эҫелә сатыр ауыҙында ултыра ине. Күтәрелеп баҡҡайны, алдында өс мосафир торғанын күрҙе. Уларҙы күреү менән ҡаршыларына йүгереп барҙы ла, ергә ҡапланып, былай тине:


Шунан һуң Ибраһим, Авимәләхкә ваҡ һәм эре мал биреп, уның менән килешеү төҙөнө.


Беер-Шәвәғтә Ибраһим менән килешеү төҙөгәс, Авимәләх менән уның ғәскәр башлығы Пихол пелештиҙәр еренә ҡайтып китте.


Исраил аҡһаҡалдары һине тыңлар. Улар һинең менән бергә Мысыр батшаһына барыр. Һеҙ уға: «Беҙгә Раббы – ғивриҙәр Аллаһы күренде. Инде беҙгә өс көнлөк юлда ятҡан сүлгә барып, Аллабыҙ Раббыға ҡорбан килтерергә рөхсәт ит», – тип әйтерһегеҙ.


унан Негевты үтеп Ғанаҡ тоҡомдары Ахиман, Шешай һәм Талмай йәшәгән Хевронға барып еттеләр. (Хеврон Мысыр ҡалаһы Соғандан ете йыл алда төҙөлгәйне.)


Был килешеү буйынса һәр кем ғивриҙәрҙән булған ир һәм ҡатын ҡолдарын азат итергә, йәһүҙи ҡәрҙәшен ҡол итеп тотмаҫҡа тейеш ине.


– Ант итәм, – тине Ибраһим.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios