12 Ибрамдың Содомда йәшәгән туғаны Лутты ла бөтә мөлкәте менән бергә алып киттеләр.
Ул үҙе менән бергә ҡатыны Сараяны, ҡустыһының улы Лутты, Харанда йыйған барлыҡ мөлкәтен, эйә булған бөтә хеҙмәтселәрен алып, Ҡәнғәнгә юл тотто. Ҡәнғәнгә килеп еттеләр.
Бына Терахтың нәҫел шәжәрәһе: Терахтың Ибрам, Нахор һәм Һаран тигән улдары булды. Һарандың Лут исемле улы тыуҙы.
Муса йәмғиәткә былай тине: – Был инабатһыҙ әҙәмдәрҙең гонаһтарына батып, улар менән бергә һәләк булмаҫ өсөн, сатырҙарынан ситкә китегеҙ, бер әйберҙәренә лә ҡағылмағыҙ.
Еңеүселәр Содом менән Ғамораның бөтә байлығын, туплаған аҙыҡ-түлеген таланы.
Туғанының әсиргә эләккәнен белгәс, Ибрам, үҙ йортонда тыуып үҫкән өс йөҙ ун һигеҙ хеҙмәтсеһен ҡоралландырып, дошман артынан ҡыуа сыҡты. Данға барып еткәс,
Ибрам талап алынған бөтә байлыҡты, әсир ителгән кешеләрҙе, ҡатын-ҡыҙҙарҙы, бар мал-мөлкәте менән Лутты ҡотҡарып алып ҡайтты.
Терах халдейҙарҙың Ур ҡалаһынан Ҡәнғән еренә күсеп китте. Үҙе менән улы Ибрамды, ейәне Лутты, Һарандың улын, Ибрамдың ҡатынын – килене Сараяны алды. Харанға еткәс, шунда төпләнеп ҡалдылар.