13 Содом кешеләре боҙоҡ күңелле, Раббы алдында бик гонаһлы ине.
Берәйһе Мин күрмәҫлек урынға боҫа аламы? Күк менән ер тултырып торған Мин түгелме ни? – тип белдерә Раббы.
Шунан Ибраһимға: – Содом менән Ғаморала ҡылынған залимлыҡ сиктән ашты, уларҙың гонаһтары бик ауыр, – тине. –
Әгәр Күк ғәскәрҙәре Раббыһы Ҡайһыларыбыҙҙы иҫән ҡалдырмаған булһа, Беҙ Содом һымаҡ булыр, Ғамораға оҡшап ҡалыр инек.
Ғер гел генә золом ҡылғанға, Раббы уны хушһынманы, уға әжәл ебәрҙе.
Нәҫел-ырыуыңдың тик дүртенсе быуыны ғына бында ҡайтыр, сөнки әмөриҙәрҙең гонаһы саманан ашмаған әле.
Раббы алдында ҡеүәтле аусы ине ул. «Раббы хозурында Нимрүд кеүек оҫта һунарсы» тигән әйтем шунан ҡалған.
Алла күрҙе: ер боҙолған, яуызлыҡ менән тулған.
Был йортта мин уның һымаҡ уҡ хужамын. Бында һинән башҡа минең өсөн тыйылған бер ни ҙә юҡ. Сөнки һин уның ҡатыныһың. Нисек инде мин шундай ҙур золомдо ҡылып, Алла алдында гонаһлы булайым?
Ләкин шулай итмәһәгеҙ, Раббы алдында гонаһ ҡылған булырһығыҙ, гонаһ өсөн язаһын алырһығыҙ.
беҙ был ҡаланы юҡ итәбеҙ. Ҡала кешеләренең яуызлыҡтары хаҡындағы аһ-зар Раббыға ишетелде, шуға күрә Раббы беҙҙе уны юҡ итергә ебәрҙе.
Әммә Йәрүсәлим пәйғәмбәрҙәре араһында Бынан да ҡурҡынысрағын күрҙем: Улар зина ҡыла, ялған эсендә йәшәй; Яуызлыҡты һис кем ташламаһын өсөн Залимдарға ҡеүәт бирәләр. Минең өсөн улар – Содом кеүек, Йәрүсәлим халҡы Ғамора һымаҡ булды».