Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Башланмыш 13:10 - Башкирский ВЗ (неполный)

10 Лут тирә-яҡты байҡап, шуны күрҙе: Иордан йылғаһының үҙәне – Соғарҙың үҙенә тиклем – Раббы баҡсаһылай, Мысыр тупрағы ише һуғарыулы ерҙәр ине. Был Раббы Содом менән Ғамора ҡалаларын юҡ иткәнгә тиклем булғайны.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

10 Лут, тирә-яҡты байҡап, шуны күрҙе: Иордан йылғаһының үҙәне – Соғарҙың үҙенә тиклем – Раббы баҡсаһылай, Мысыр тупрағы ише һуғарыулы ерҙәр ине. Был Раббы Содом менән Ғамора ҡалаларын юҡ иткәнгә тиклем булғайны.

Ver Capítulo Copiar




Башланмыш 13:10
26 Referencias Cruzadas  

Раббы Сионды йыуатыр, Харабаларын тынысландырыр, Уның сүлен Ғедан баҡсаһына әйләндерер, Далаһын Раббы баҡсаһына әүрелдерер. Ул ерҙә шатлыҡ, һөйөнөс булыр, Раббыға шөкөрана, дан йырланасаҡ.


Бынан һуң Содом, Ғамора, Адма, Севоим, Белағ, йәғни Соғар батшалары юлға сыҡты. Был биш батша дүрт батшаға – Ғелам батшаһы Кедорлағомер, Гоим батшаһы Тидғал, Шинғар батшаһы Амрафел, Елласар батшаһы Арйохҡа ҡаршы Сиддим үҙәнендә һуғышҡа инде.


Алдарынан – ялҡын ялмап бара, Арттан ут көйрәтеп ҡала; Ғедән баҡсаһылай күркәм ерҙәр Улар үткәндән һуң бушлыҡҡа әйләнә. Һис нәмә уларҙан ҡотола алмай.


Содом батшаһы Берағҡа, Ғамора батшаһы Биршағҡа, Адма батшаһы Шинавҡа, Севоим батшаһы Шемәверға һәм Белағ, йәғни Соғар батшаһына ҡаршы яу асты.


Һин Ғедәндә – Алла баҡсаһында инең; Аҫыл таштар менән биҙәлгәйнең: Ҡыҙыл яҡут, хризолит, алмас, Һары яҡут, оникс, йәшмә, Зәңгәр яҡут, фирүзә һәм зөбәржәт – Барыһы ла алтын менән тирәсләнгән. Улар яратылған көнөңдә үк әҙер ине.


Алла баҡсаһындағы кедр ағастары ла Буйға уның менән ярышманы. Ҡарағайҙар уның ботаҡтары, Чинарҙар үҫентеләре менән тиңләшмәне. Алла баҡсаһындағы һис бер ағас Уның һымаҡ матур түгел ине.


Хешбон менән Әлғәленең иңрәүҙәре Яһасҡа олғашыр, Соғарҙан Хоронаимға, Ғәғләҫ-Шелишияһҡа саҡлы барып етер. Хатта Нимрим һыуҙары ҡорор.


Йөрәгем һыҙлана Моав өсөн! Моав кешеләре Соғарға, Ғәғләҫ-Шелишияһ ҡастылар. Илай-илай Лухиҫҡа ҡалҡалар, Үҙҙәренә ябырылған һәләкәттән Хоронаим юлында сеңләйҙәр.


Ҡатын күрҙе: ағастың емешен ашағы килеп тора. Улар ҡарар күҙгә күркәм, өҫтәүенә, аң-белем биреүе менән ҡыҙыҡтыра. Шуға күрә ул бер емеште алды ла ашаны. Шунан янындағы иренә лә бирҙе, ул да ашаны.


Бына Терахтың нәҫел шәжәрәһе: Терахтың Ибрам, Нахор һәм Һаран тигән улдары булды. Һарандың Лут исемле улы тыуҙы.


Бына бөтә ер һинең алдыңда. Әйҙә, айырылайыҡ: әгәр һин һулға китһәң, мин – уңға китермен. Һин уңға йүнәлһәң, мин һулға ҡайырылырмын.


Лут үҙенә тотош Иордан үҙәнен һайланы ла көнсығышҡа табан китте. Шулай итеп, улар айырылышты:


Бөтә Мысыр иле һинең алдыңда. Әйҙә, уларҙы еребеҙҙең иң яҡшы төбәктәренә урынлаштыр. Йәшәһендәр Гошен ерендә. Әгәр араларында яраҡлы кешеләр табыла икән, уларға минең көтөүҙәремде лә көтөргә ҡуш.


Өлкән апайың – ҡыҙҙары менән һинән төньяҡта йәшәгән Самария, ә һеңлең – ҡыҙҙары менән һинән көньяҡта йәшәгән Содом.


Һеңлең Содом ғәйебе бына нәмәнән ғибәрәт ине: үҙе лә, ҡыҙҙары ла тәкәббер булдылар, туйып шаштылар, эшһеҙлектән аҙҙылар, фәҡирҙәр менән мохтаждарға ярҙам ҡулы һуҙманылар.


Суҡ ботаҡтар менән уны Мин биҙәнем, Алла баҡсаһы Ғедәндәге бөтә ағастар унан көнләште.


Көнсығышта илдең сиге, Хауран менән Дамаск араһынан башланып, Ғилғәд менән Исраил ерҙәре араһында – Иордан йылғаһы буйлап барыр. Тоҙло диңгеҙгә, унан Тамар ҡалаһына тиклем етер. Был – көнсығыш сик.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios