Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Башланмыш 12:8 - Башкирский ВЗ (неполный)

8 Артабан ул Бейт-Илдән көнсығышта ятҡан тауға табан китте. Сатырҙарын көнбайышта урынлашҡан Бейт-Ил менән көнсығыштағы Ғай ҡалалары араһына ҡорҙо. Ибрам ошонда Раббыға ҡорбан усағы эшләп, Раббы исеменә доға бағышланы.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

8 Артабан ул Бейт-Илдән көнсығышта ятҡан тауға табан китте. Сатырҙарын көнбайышта урынлашҡан Бейт-Ил менән көнсығыштағы Ғай ҡалалары араһына ҡорҙо. Ибрам ошонда Раббыға ҡорбан усағы эшләп, Раббы исеменә доға бағышланы.

Ver Capítulo Copiar




Башланмыш 12:8
33 Referencias Cruzadas  

Шеҫтың да бер улы булды, уны Әнош тип атаны. Шул дәүерҙәрҙән алып кешеләр доғаларын Раббы исеменә бағышлай башланы.


Ибраһим Беер-Шәвәғтә тамариск ағасы ултыртты һәм шунда Раббыға, мәңгелек Алла исеменә доға бағышланы.


Был урынды ул Бейт-Ил тип атаны, элек ҡала Луз тип аталған булған.


Элек эшләгән ҡорбан усағы янына туҡтап, Раббы исеменә доға бағышланы.


Ул заманда Раббыны исеме менән саҡырғандар барыһы ла ҡотолор, сөнки Раббы әйткәнсә, Сион тауында һәм Йәрүсәлимдә ҡотолоп иҫән ҡалыусылар һәм улар араһында Раббы Үҙе саҡырғандар булыр.


Ғайаҫ ҡалаһына еттеләр, Мигронды уҙҙылар, Михмаста йөктәрен бушаттылар.


Бейт-Илгә китәбеҙ. Мин унда Аллаға ҡорбан усағы эшләйем, Ул миңә бәләгә тарығанда гел ярҙам итте, ҡайҙа ғына йөрөһәм дә, мине ташламаны.


Нух Раббыға бағышлап ҡорбан усағы эшләне, бөтә төр хәләл малдан һәм хәләл ҡош-ҡорттан тотош яндырыу ҡорбаны килтерҙе.


Негевтан ул бер урындан икенсе урынға күсә-күсә Бейт-Илгә тиклем килде. Бейт-Ил менән Ғай араһындағы әүәл сатыр ҡорған урынға етте.


Ибрам, сатырын һүтеп алып, тағы юлға сыҡты, барып Хеврон янындағы Мамре имәнлеге тигән урынға барып төпләнде. Ошонда Раббыға ҡорбан усағы яһаны.


Алла күрһәткән урынға килеп еткәс, Ибраһим, ҡорбан усағы эшләп, уға утын өйҙө. Шунан Исхаҡтың аяҡ-ҡулын бәйләп, ҡорбан усағына өйөлгән утын өҫтөнә ятҡырҙы.


Исхаҡ ошо ерҙә ҡорбан усағы яһап, Раббы исеменә доға бағышланы, сатырҙарын ҡороп ебәрҙе, ә хеҙмәтселәре ҡоҙоҡ ҡаҙырға кереште.


Лаван Яҡуптың янында ғына ине инде. Яҡуп, Ғилғәд тауында туҡталып, сатырҙарын ҡороп ебәргәйне. Лаван да туғандары менән бергә шунда сатырҙарын ҡорҙо.


Ошо урында ул ҡорбан усағы эшләп, уны Эл-Элоһе-Исраил тип атаны.


шул ерҙә ҡорбан усағы эшләне. Был урынды ул Эл-Бейт-Эл тип атаны, сөнки Яҡуп ағаһынан ҡасып барғанда Алла уға тап ошо урында күренгәйне.


Муса ҡорбан усағы ҡорҙо һәм уны Йәһүә-Нисси, йәғни «Раббы – минең байрағым», тип атаны.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios