Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Башланмыш 12:3 - Башкирский ВЗ (неполный)

3 Һиңә берәү фатихаһын бирһә, Мин дә уға фатихамды бирермен! Һине ҡәһәрләгәнде ҡәһәрләрмен! Ер йөҙөндәге барса халыҡтар Һинең аша фатиха аласаҡ.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

3 Һиңә берәү фатихаһын бирһә, Мин дә уға фатихамды бирермен! Һине ҡәһәрләгәнде ҡәһәрләрмен! Ер йөҙөндәге барса халыҡтар Һинең аша фатиха аласаҡ.

Ver Capítulo Copiar




Башланмыш 12:3
27 Referencias Cruzadas  

Мине тыңлағаның өсөн Ер йөҙөндәге бөтә халыҡтар Тоҡомоң аша фатиха алыр».


Ҡәүемдәр һиңә хеҙмәт итһендәр, Баш эйһен һиңә ырыуҙар. Ағай-энеләреңә лә хаким булырһың һин, Әсәң уландары һиңә баш эйер. Һине ҡәһәрләгән кеше ҡәһәр алыр, Һиңә фатиха биргән үҙе фатихалы булыр!»


Ата арыҫландай ятыр, инә арыҫландай – Уны ҡалҡытырға кем һуң баҙнат итер? Һине фатихалаусы булыр фатихалы, Һине ҡарғаусы – ҡарғалһын!“»


Тоҡомоңдо сикһеҙ арттырырмын, күктәге йондоҙҙар күпме булһа, шул саҡлы буласаҡ улар, бөтә был ерҙәрҙе Мин уларға бирәм. Ер йөҙөндәге бөтә халыҡтар һинең тоҡомоң аша фатихалы булыр –


Ҡом бөртөгө күпме булһа, нәҫел-ырыуың да шул саҡлы күп булыр, улар көнбайышҡа ла, көнсығышҡа ла, төньяҡҡа һәм көньяҡҡа ла таралып ултырыр. Ер йөҙөндәге бөтә халыҡтар һинең һәм һинең тоҡомоң аша фатихалы булыр.


Ысынлап та Ибраһимдан бөйөк, көслө халыҡ тараласаҡ, ер йөҙөндәге бөтә халыҡтар уның аша фатихалы буласаҡ.


Әгәр ҙә һин уны тыңлаһаң һәм әйткәндәремдең һәммәһен дә үтәһәң, Мин дошмандарыңдың дошманы, һиңә ҡаршыларҙың ҡаршыһы булырмын.


Тик Алланың Изге торлағына ингәс кенә Ахырҙары ниндәй буласағын төшөндөм.


– Әгәр ҙә минән риза булһаң, бында ҡал! – тине уға Лаван. – Мин күрәҙәлек аша шуны аңланым: һинең арҡала Раббы мине лә фатихаланы.


Шунан башлап Йософ арҡаһында Раббы уны ла фатихаланы – Мысыр кешеһенең йортта ла, баҫыуҙа ла һәр йәһәттән эше уң барҙы.


Мин килгәндә мал-тыуарың аҙ ғына ине, ә хәҙер күпме! Мин килгәс, Раббы һине фатихаланы! Ә үҙемдең ғаиләм өсөн миңә ҡасан эшләргә һуң?


Балаларына һәм үҙенән һуңғы нәҫел-ырыуына дөрөҫлөктө яҡлап, ғәҙел хөкөм ҡылып Раббы юлынан йөрөргә бойорһон тип, Ибраһимды һайланым. Шул саҡта Мин, Раббы, уға нимә вәғәҙә иткән булһам, шуны үтәрмен.


Раббы минең хужамды мөбәрәк ҡылды, ул бик байып китте: эреле-ваҡлы малдары ла, алтын-көмөшө лә, ҡол һәм ҡолиәләре лә, дөйә-ишәктәре лә күп уның.


Ибраһим вафат булғандан һуң Раббы уның улы Исхаҡты мөбәрәк ҡылды. Исхаҡ Беер-Лахай-Роиҙа йәшәй ине.


Һинең беҙгә, беҙҙең һиңә зыяныбыҙ теймәһен. Һиңә беҙ ҙә насарлыҡ ҡылманыҡ бит, яҡшылыҡ менән ебәрҙек. Хәҙер инде һин Раббының рәхмәтендә.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios