Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Башланмыш 12:1 - Башкирский ВЗ (неполный)

1 Раббы Ибрамға былай тине: – Ер-һыуыңды, туған-ырыуыңды, атаң йортон ҡалдыр ҙа Мин күрһәткән ергә кит.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

1 Раббы Ибрамға былай тине: – Ер-һыуыңды, туған-ырыуыңды, атаң йортон ҡалдыр ҙа Мин күрһәткән ергә кит.

Ver Capítulo Copiar




Башланмыш 12:1
20 Referencias Cruzadas  

Атағыҙ Ибраһимға, һеҙҙе тыуҙырған Сараға ҡарағыҙ. Ибраһимды саҡырғанымда ул яңғыҙ ине, Уға фатихамды бирҙем, нәҫелен арттырҙым.


Алла Ибрамға: – Ошо ерҙәрҙе һиңә мираҫ итеп бирер өсөн халдейҙарҙың Ур ҡалаһынан һине бында алып килгән Раббы Мин, – тине.


– Эй әҙәм улы, Исраилдың харабалары араһында йәшәүселәр: «Ибраһим яңғыҙ була тороп та был ергә хужа булған. Беҙ иһә күмәкбеҙ, шуға күрә был ер беҙгә биләмә итеп бирелгән», – тиҙәр.


Мин һеҙҙе ер сиктәренән йыйып алдым, Иң алыҫ урындарынан саҡырҙым: „Һин Минең ҡолом, һине һайланым, Мин һине ситкә типмәнем“, – тип әйттем.


Алла миңә атам йортон ҡалдырып, ил гиҙергә бойорғас, ҡатыныма: «Үтенеп һорайым, ҡайҙа ғына барһаҡ та, мине ағайым тип әйт», – тинем.


Минең тыуған илемә, туғандарым янына барып, улыма ҡатынды шунан алып ҡайт.


Раббы Исхаҡҡа күренеп: – Барма Мысырға, – тине. – Мин күрһәткән ерҙә йәшә.


Ата-бабаларым тар-мар иткән ҡәүемдәрҙең илаһтары уларҙы ҡотҡарҙымы? Гозанды, Харанды, Ресефты, Телассарҙағы Ғеден халҡын ҡотҡара алдылармы?


Мине атам йортонан, тыуған илемдән алып килгән, «был ерҙе һинең тоҡомоңа бирермен» тип ант иткән Күк Аллаһы Раббы һинең алдыңдан фәрештәһен ебәрер. Шуға күрә һин унан минең улыма кәләш алып ҡайтырһың.


ә уның тыуған яғына барып, үҙенең нәҫел-нәсәбе араһынан алып ҡайтырға ҡушты.


Ләкин Ховав: – Мин үҙ еремә, халҡыма, ҡайтам, – тип баш тартты.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios