7 Ергә төшәйек тә телдәрен бутап бөтәйек. Береһенең әйткәнен икенсеһе аңламаһын әйҙә!
Раббынан ҡурҡығыҙ, Уның изге бәндәләре, Унан ҡурҡҡандар мохтажлыҡ күрмәҫ.
Сит ерҙә сиккән ғазаптарымды һанағанһың, Күҙ йәщтәремде турһығыңа йый! Улар Һинең китабыңа яҙылмағанмы ни?
Алла әйтте: «Үҙ сүрәтебеҙҙә һәм Үҙебеҙгә оҡшатып кешене бар ҡылайыҡ. Ул диңгеҙҙәрҙәге балыҡтарға, һауалағы ҡоштарға, мал-тыуарға, бөтә ер йөҙөнә, ер өҫтөндәге барлыҡ тереклек һәм һөйрәлеүселәргә хаким булһын».
Эй Исраил халҡы, Мин алыҫтағы бер ҡәүемде ҡуҙғатам, – тип белдерә Раббы. – Уларҙы һеҙгә ҡаршы ебәрәм. Улар көслө, бик боронғо ҡәүем. Һин уларҙың телдәрен белмәйһең, Уларҙың телмәрен аңламаҫһың.
Күк тәхетендә ултырыусы көлә; Бөйөк Хаким уларҙы мыҫҡыллап көлә!
Раббы алыҫтан, донъяның икенсе осонан, бер ҡәүем ебәрер. Һеҙ телен аңламаған, өлкәндәрҙе хөрмәт итә, кеселәрҙе йәлләй белмәгән аяуһыҙ ул халыҡ ҡанаттарын йәйгән бөркөт һымаҡ өҫтөгөҙгә килеп ябырылыр.
Шунда Хакимдың тауышын ишеттем. Ул: – Кемде ебәрәйем? Беҙҙең өсөн кем барыр? – тине. – Бына мин! Мине ебәр! – тинем.
Ағай-энеләре Йософтоң үҙҙәрен аңлап торғанын белмәне, сөнки Йософ улар менән тәржемәсе аша һөйләшкәйне.
Раббы әҙәм балалары төҙөп ятҡан ҡала менән манараны ҡарарға тип аҫҡа төштө.
Былар – үҙ ерҙәрендә ырыу-ҡабилә булып йәшәгән, үҙ телдәрендә һөйләшкән Хам нәҫелдәре.
Шунан Раббы Алла былай тине: – Бына Әҙәм, яҡшылыҡ менән яманлыҡты белеп, беҙҙең беребеҙ кеүек булды. Инде тереклек ағасының емешен өҙөп ашап, үлемһеҙ ҙә булып ҡуймаһын тағы!
Туфандан һуң Нух улдары нәҫеленән сыҡҡан һәм ырыу-ҡәбилә булып ер йөҙөнә таралған халыҡтарҙың нәҫел шәжәрәһе ошо.
Улар – һәр ҡайһыһы үҙ телдәрендә һөйләшеп, ырыу-ҡәбиләләр булып диңгеҙ ярында үҙ ерҙәрендә йәшәгән Йәфәҫ нәҫелдәре.
– Кешегә телде кем бирә? – тине Раббы. – Кем телһеҙ йәки һаңғырау итә? Кем күҙҙәрҙе осҡор йәки һуҡыр итә? Мин Раббы түгелме ни?
Аңлайышһыҙ, ят телдә һөйләшкән, Телмәрҙәре һис ҡолаҡҡа ятмаған Тәкәббер халыҡты башҡаса күрмәҫһең.