Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Башланмыш 11:4 - Башкирский ВЗ (неполный)

4 Шунан былай тинеләр: – Ер йөҙө буйлап таралышып бөтмәйек һәм исемебеҙҙе данға күмәйек тиһәк, үҙебеҙгә күккә ашып торған манаралы ҡала төҙөйөк.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

4 Шунан былай тинеләр: – Ер йөҙө буйлап таралышып бөтмәйек һәм исемебеҙҙе данға күмәйек тиһәк, үҙебеҙгә күккә ашып торған манаралы ҡала төҙөйөк.

Ver Capítulo Copiar




Башланмыш 11:4
17 Referencias Cruzadas  

Инде беҙ ҡайҙа барайыҡ? Туғандарыбыҙ, ундағы халыҡтың беҙҙән көслөрәк һәм оҙон буйлыраҡ булыуын, ҡалаларының ҙур, күккә олғашҡан нығытмалар менән уратылғанын, унда Ғанаҡ тоҡомдарын да күреүҙәрен һөйләп, йөрәгебеҙҙең кәрен алды», – тинегеҙ.


Навуходоносорға әйтелгәндәр шунда уҡ бойомға ашты. Уны кешеләр араһынан ҡыуҙылар, мал ише, үлән ашаны, тәне күк ысығында йыуылды. Сәстәре бөркөт ҡанатылай, тырнаҡтары ҡоштоҡо һымаҡ оҙон булып үҫте.


Иманлының иҫтәлеге мөбәрәк булыр, яуыздың исеме тиҙ онотолор.


Тыңла, Исраил! Бөгөн һеҙҙән күберәк һәм көслөрәк ҡәүемдәрҙең ерҙәрен биләү өсөн Иордан аръяғына сығырһың. Уларҙың ҙур, күккә олғашып торған нығытмалар менән уратылған ҡалаларын алыр өсөн


яңғырауыҡлы тауыш менән былай тине: „Был ағасты ҡырҡығыҙ, Ботаҡтарын ботарлап ташлағыҙ, Япраҡтарын өҙгөләгеҙ, Емештәрен өҙөп ырғытығыҙ. Йәнлектәр уның аҫтынан ҡасһын, Ҡоштар ботағынан осоп китһен.


Алла улдары кеше ҡыҙҙарына өйләнеп, ҡыҙҙар уларҙан бала тапҡан замандарҙа һәм унан һуңыраҡ та ерҙә бәһлеүәндәр булған. Баһадир булған улар, исемдәрен данға күмгәндәр.


Һине кешеләр араһынан ҡыуырҙар; ҡырағай януарҙар араһында йәшәргә, мал ише үлән менән туҡланырға, ысыҡ менән йыуынырға тура килер. Ана шулай ете йыл үтер – һәм һин шуны аңларһың: кешелек батшалығына Юғарыларҙан Юғары бер үҙе хаким, Ул кемгә теләй, шуға бирә.


Раббы һеҙҙе башҡа халыҡтар араһына таратыр, унда һеҙҙең бик аҙығыҙ ғына иҫән ҡалыр.


Бабил хатта күккә олғашһа ла, Бейек ҡәлғәләрен нығытһа ла, Минән уға ҡыйратыусылар киләсәк», – тип белдерә Раббы.


«Бына ул бөйөк Бабил, – тине ул, – үҙ көсөм һәм ҡеүәтем менән, үҙ даныма һәм хөрмәтемә төҙөгән батша ҡалаһы!»


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios