Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Башланмыш 10:5 - Башкирский ВЗ (неполный)

5 Улар – һәр ҡайһыһы үҙ телдәрендә һөйләшеп, ырыу-ҡәбиләләр булып диңгеҙ ярында үҙ ерҙәрендә йәшәгән Йәфәҫ нәҫелдәре.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

5 Улар – һәр ҡайһыһы үҙ телдәрендә һөйләшеп, ырыу-ҡәбиләләр булып диңгеҙ ярында үҙ ерҙәрендә йәшәгән Йәфәҫ нәҫелдәре.

Ver Capítulo Copiar




Башланмыш 10:5
26 Referencias Cruzadas  

Раббы уларҙы дәһшәткә һалыр, Ер йөҙөндәге бар илаһтарҙы юҡҡа сығарыр. Кешеләрҙең һәр береһе үҙ иленән, Алыҫтарҙа йәшәгән һәр халыҡ үҙ төбәгенән Уға сәждә ҡылыр.


Барығыҙ, киттиҙәр йәшәгән утрауға, ҡарағыҙ; Ҡыдарға кешеләр ебәрегеҙ; Төпсөнһөндәр, белеп килһендәр: Бындайҙың берәй ҡасан булғаны бармы?


Тирҙың, Сидондың бөтә батшаларына; диңгеҙ буйындағы ерҙәрҙең батшаларына;


Ер йөҙөндә ғәҙеллек урынлаштырғанға тиклем Һүнмәҫ тә, һынмаҫ та ул. Алыҫ ярҙар уның нәсихәтен көтә».


Былар – үҙ ерҙәрендә ырыу-ҡабилә булып йәшәгән, үҙ телдәрендә һөйләшкән Хам нәҫелдәре.


Яр буйындағы илдәр Миңә өмөт бағлап тора, Таршиш караптары бында беренсе булып йөҙөп килә. Был караптар Аллаң Раббы исеме хаҡына, Исраилдың изге Аллаһы хаҡына, Алыҫтан балаларығыҙҙы алып килә, Алтын-көмөштәре менән бергә алып килә. Сөнки Ул һине, Йәрүсәлим, данға күмде.


Һәр кемгә ғәмәлдәренә күрә бирер. Дошмандарына асыу менән яуап ҡайтарыр, Уны күрә алмағандарҙы язаға тарттырасаҡ, Диңгеҙ буйындағыларға әжерен бирсәк.


Минең хаҡлығым яҡын, Мин алып килгән ҡотолоу юлға сыҡты. Мин халыҡтар араһында ҡулым менән Ғәҙеллек урынлаштырырмын; Диңгеҙ буйындағы илдәр Миңә өмөт бағлар, Улар Минең ҡөҙрәтемә инаныр.


Эй диңгеҙ ярҙары, тыңлағыҙ мине! Алыҫ илдәрҙәге халыҡтар, яҡшылап ҡолаҡ һалығыҙ! Раббы мине әсәм ҡарынында сағымдан саҡырҙы, Мин тыумаҫтан алда исемем менән өндәште.


Эй диңгеҙҙә йөрөгәндәр һәм ундағы барса нәмә, Алыҫ ярҙар һәм уларҙың халҡы! Раббыға яңы йыр йырлағыҙ; Донъяның иң алыҫ ерҙәренән Уға маҡтау яуҙырығыҙ!


Яр буйҙары, быны күреп, ҡурҡты. Ерҙең сиктәре тетрәнде. Килеүселәр яҡынлашты.


Раббы өсөн ҡәүемдәр – биҙрәләге тамсы һыу, Үлсәүҙәге саң бөртөгө кеүек. Бына, утрауҙарҙы Ул туҙан бөртөгөләй күтәрә!


Шуға күрә, көнсығышта йәшәүселәр, Раббыны данлағыҙ, Диңгеҙ буйы, утрауҙарҙағы халыҡтар, Исраил Аллаһы Раббының исемен ҙурлағыҙ.


Шуға күрә халыҡым уларға эйәрә, Һөйләгәндәрен һыу һымаҡ йота.


Ғевәрҙең ике улы тыуҙы: береһенең исеме – Пәләг – сөнки тап шул ваҡытта ер бүленгәйне, икенсеһенеке – Йоҡтан.


Яуандың ул-нәҫелдәре: Әлиша, Таршиш, шулай уҡ киттиҙәр һәм доданиҙар.


Хамдың улдары: Куш, Мисраим, Пут һәм Ҡәнғән.


Раббы Хаким Тирға былай ти: «Һиндә ҡыйралыш барғанда, емерелеү тауышынан, яралыларҙың ыңғырашыуынан диңгеҙ буйындағы ерҙәр тетрәнмәҫме?


Бөгөн, һин ҡолаған көндә, Яр буйҙары дер һелкенә. Диңгеҙҙәге утрауҙар Һәләкәтеңдән ҡурҡыуға ҡалды“».


Шул саҡ ул диңгеҙ буйы өлкәләренә йүнәлер һәм уларҙың күптәрен баҫып алыр, ләкин ундағы ғәскәр башлығы баҫҡынсының тәкәбберлегенә сик ҡуйыр, үҙ тәкәбберлеген үҙенә ҡаршы йүнәлтер.


Ер йөҙөндәге бөтә халыҡтар Нухтың ошо өс улынан таралған.


Туфандан һуң Нух улдары нәҫеленән сыҡҡан һәм ырыу-ҡәбилә булып ер йөҙөнә таралған халыҡтарҙың нәҫел шәжәрәһе ошо.


Юғарыларҙан Юғары, ҡәүемдәргә ер өләшеп, Әҙәм балаларын айырғанда Исраил улдарының һанына күрә Халыҡтарҙың сиген билдәләне.


Ул көн Хаким ҡабат ҡулын һуҙыр, Үҙ халҡынан иҫән ҡалғандарҙы Ашшурҙан, Мысырҙан, Патростан, Куштан, Ғеламдан, Шинғарҙан, Хамаҫтан, Диңгеҙ буйындағы ерҙәрҙән кире ҡайтарыр.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios