4 Яуандың ул-нәҫелдәре: Әлиша, Таршиш, шулай уҡ киттиҙәр һәм доданиҙар.
Унда киттиҙәрҙең караптары килер, ул ҡурҡып кире сигенер. Уның Изге килешеүгә ҡарата асыуы ҡабарыр, һәм ул ниәтен бойомға ашырыу өсөн эш итә башлар. Ҡайтып барғанда, Изге килешеүҙән тайпылғандарға илтифатын күрһәтер.
«Эй мәсхәрә ителгән ғиффәтле Сидон-ҡыҙ, Бүтән кәйеф-сафа ҡора алмаҫһың! Тор, Киттимға юллан, Тик унда ла тынғылыҡ тапмаҫһың».
Тир ҡалаһы тураһында әүлиәлек. Эй Таршиш караптары, ҡысҡырып илағыҙ! Һеҙ Киттимдән ҡайтышлай ишеткән хәбәр дөрөҫ, Баш ҡалағыҙ емерелде, бер генә йорт та ҡалманы.
Киттимдән караптар килер, Ашшурҙы ла, Ғевәрҙе лә ауыҙлыҡлар; Тик уларға ла һәләкәт килер!
Таршиш караптары тауарҙарыңды ташыны. Диңгеҙҙәр уртаһында байыҡтың, Дан-шөһрәт ҡаҙандың.
Һәр төрлө байлығың күп булғанға Таршиш һинең менән сауҙа итте. Тауарҙарың өсөн көмөш, Тимер, аҡ һәм ҡара ҡурғаш бирҙе.
Улар – һәр ҡайһыһы үҙ телдәрендә һөйләшеп, ырыу-ҡәбиләләр булып диңгеҙ ярында үҙ ерҙәрендә йәшәгән Йәфәҫ нәҫелдәре.
Ишкәктәрең Башан имәненән; Палубаң фил һөйәге менән биҙәлгән, Киттим ярҙарынан килтерелгән Кипарис ағасынан яһалған.
Елкәндәрең Мысырҙың нағышлы нәфис етененән ине, Улар һиңә байраҡ булып хеҙмәт итте. Япмаларың Әлиша ярҙарынан килтерелгән Зәңгәр, ҡарағусҡыл ҡыҙыл туҡыманан булды.