Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Башланмыш 1:26 - Башкирский ВЗ (неполный)

26 Алла әйтте: «Үҙ сүрәтебеҙҙә һәм Үҙебеҙгә оҡшатып кешене бар ҡылайыҡ. Ул диңгеҙҙәрҙәге балыҡтарға, һауалағы ҡоштарға, мал-тыуарға, бөтә ер йөҙөнә, ер өҫтөндәге барлыҡ тереклек һәм һөйрәлеүселәргә хаким булһын».

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

26 Алла әйтте: «Үҙ сүрәтебеҙҙә һәм Үҙебеҙгә оҡшатып кешене бар ҡылайыҡ. Ул диңгеҙҙәрҙәге балыҡтарға, һауалағы ҡоштарға, мал-тыуарға, бөтә ер йөҙөнә, ер өҫтөндәге барлыҡ тереклек һәм һөйрәлеүселәргә хаким булһын».

Ver Capítulo Copiar




Башланмыш 1:26
34 Referencias Cruzadas  

Шунан Раббы Алла былай тине: – Бына Әҙәм, яҡшылыҡ менән яманлыҡты белеп, беҙҙең беребеҙ кеүек булды. Инде тереклек ағасының емешен өҙөп ашап, үлемһеҙ ҙә булып ҡуймаһын тағы!


Бына Әҙәмдең һәм уның нәҫел-нәсәбенең шәжәрәһе. Алла кешене яратҡанда, уны Үҙенә оҡшатып яратты.


Бер ниндәй ҙә яуызлыҡҡа юл ҡуймамын, Ҡырын эштәргә нәфрәт тотормон, Улар миңә йоға алмаҫ һис ҡасан.


Тик шулай ҙа, Раббы, Һин – беҙҙең Атабыҙ! Беҙ – балсыҡ, ә Һин – беҙҙең көршәксе. Барыбыҙ ҙа – Һинең ҡулыңдың эше.


Әгәр берәү ҡойһа әҙәм ҡанын, Үҙ ҡаны ла кеше ҡулынан түгелһен, Сөнки Алла кешене Үҙ сүрәтендә яратты.


Мин бер нәмәне генә аңланым: Алла әҙәм балаһын намыҫлы итеп яратҡан, ләкин улар һәр төрлө мәкерле ниәткә тотонған.


Шунда Хакимдың тауышын ишеттем. Ул: – Кемде ебәрәйем? Беҙҙең өсөн кем барыр? – тине. – Бына мин! Мине ебәр! – тинем.


Яратыусыһының хозурында һөйөнһөн Исраил, Батшаһын күңел түрендә тотоп ҡыуанһын Сион халҡы!


Ергә төшәйек тә телдәрен бутап бөтәйек. Береһенең әйткәнен икенсеһе аңламаһын әйҙә!


Инде бөтә был ерҙәрҙе Мин Үҙемдең ҡолом Бабил батшаһы Навуходоносорға тапшырам. Хатта ҡырҙағы йәнлектәрҙе лә уның ихтыярына бирәм, әйҙә уға хеҙмәт итһендәр.


Раббы Алла тупраҡтан һәр төрлө ҡыр хайуандарын һәм һауалағы бөтә ҡоштарҙы бар ҡылды. Һәр береһенә ниндәй исем ҡушыласағын күрер өсөн Раббы Алла уларҙың бөтәһен дә әҙәм алдына алып килде. Әҙәм ҡайһыһына ниндәй атама бирһә, ул йән эйәһе шул атама менән танылды.


Сөнки күктәрҙе яратҡан Раббы, Ерҙе әүәләгән, яһаған, нығытҡан, Буш ҡалмаһын, унда йәшәһендәр тигән Алла әйтә: «Мин Раббы, башҡаһы юҡ!


Батшам табын янында ҡырын ятҡанда Хушбуйымдың еҫтәре таралды.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios