Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Башланмыш 1:16 - Башкирский ВЗ (неполный)

16 Ҙурырағы – көн, бәләкәйерәге төн менән идара итһен өсөн Алла ике ҙур яҡтыртҡыс яратты, йәнә йондоҙҙар хасил итте.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

16 Ҙурырағы – көн, бәләкәйерәге төн менән идара итһен өсөн Алла ике ҙур яҡтыртҡыс яратты, йәнә йондоҙҙар хасил итте.

Ver Capítulo Copiar




Башланмыш 1:16
22 Referencias Cruzadas  

Күҙҙәреңде күккә төбәп, ҡояшты, айҙы һәм йондоҙҙарҙы, – барлыҡ күк ғәскәрен – күргәндә, алданма, эйелеп уларға табынма, сөнки Аллаң Раббы уларҙы күк аҫтындағы башҡа халыҡтарға өлөш итеп тәғәйенләне.


Сабыйҙар, имсәк балаларҙың ауазы менән Дошмандар һәм үслеләргә ҡаршы Һин нығытма ҡорҙоң, уларға ахыр ҡуйҙың.


Күҙегеҙҙе күккә күтәреп ҡарағыҙ: Быларҙың барыһын кем яратты? Йондоҙҙарҙы һанап сығарыусы, Һәр береһен исеме менән саҡырыусы – Раббы. Раббының бөйөк ҡөҙрәте, сикһеҙ ғәйрәте арҡаһында Уларҙың һис береһе юғалып ҡалманы.


Раббы исеменә маҡтау йырлаһындар, Сөнки Ул бойорҙо – улар барыһы бар булды.


Ҡояш менән ай, Уны маҡтағыҙ! Данлағыҙ Уны балҡыу йондоҙҙар!


Атҡан уҡтарыңдың яҡтыһынан, Ялтлап киткән һөңгөләрең балҡыуынан Ҡояш һәм ай торлағында туҡтап ҡалды.


Мин яҡтылыҡты бар ҡылам, ҡараңғылыҡты яһайым; Именлек алып киләм, афәт күндерәм – Ошоларҙың барыһын эшләгән Раббы Мин.


Күктәге йондоҙҙар, йондоҙлоҡтар нурын һипмәҫ, Тыуыу менән ҡараңғыға сумыр ҡояш, Ай ҙа нурланып балҡымаҫ.


Ә беҙ һинең еңеүеңә шатланып гөрләшербеҙ, Аллабыҙ исеме менән байраҡ күтәрербеҙ. Раббы бөтә үтенестәреңде ғәмәл ҡылһын.


Айҙың йөҙө ҡараланыр, ҡояш оялыр, Сөнки Күк ғәскәрҙәре Раббыһы Сион тауында, Йәрүсәлимдә батшалыҡ итер, Халҡының аҡһаҡалдары Уның шөһрәтен күрер.


Әйҙә улар күк көмбәҙенән нур һибеп, ер өҫтөн яҡтыртып торһон». Шулай булды.


Көндө балҡытырға ҡояш биргән, Төндө нурлаһындар өсөн Ай менән йондоҙҙарға ҡағиҙә ҡуйған, Тулҡындарҙы үкертеп, диңгеҙҙе дауыллатҡан Раббы – Исеме Күк ғәскәрҙәре Раббыһы булған былай ти:


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios