Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Башланмыш 1:1 - Башкирский ВЗ (неполный)

1 Башта Алла күк менән ерҙе яратты.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

1 Иң башта Алла күк менән ерҙе яратты.

Ver Capítulo Copiar




Башланмыш 1:1
67 Referencias Cruzadas  

Сөнки күктәрҙе яратҡан Раббы, Ерҙе әүәләгән, яһаған, нығытҡан, Буш ҡалмаһын, унда йәшәһендәр тигән Алла әйтә: «Мин Раббы, башҡаһы юҡ!


Күктәрҙе бар ҡылған, киреп ҡуйған, Бөтөн емеше менән ер йөҙөн йәйеп һалған, Донъялағы халыҡтарға һулыш, Унда йәшәгәндәргә һулыш биргән Раббы Алла былай ти:


Сөнки алты көн эсендә Раббы күкте һәм ерҙе, диңгеҙҙе һәм уларҙағы бөтә нәмәләрҙе яратты, ә етенсе көндө ял итте. Шуға ла Раббы, етенсе көндө мөбәрәк ҡылып, изге көн булараҡ айырҙы.


Һине йолоп алған, Әсә ҡарынында рәүеш биргән Раббы былай ти: «Мин – Раббы, бөтә нәмәне Яратыусы, Бер яңғыҙым күкте кирҙем, Бер яҙамсыһыҙ ерҙе түшәнем,


«Эй Раббы Хаким! Һин ҡулыңды һуҙып, бөйөк ҡөҙрәтең менән күк үә ерҙе яраттың. Һинең өсөн мөмкин булмаған бер генә нәмә лә юҡ.


Раббы Үҙенең ҡөҙрәте менән ерҙе яратты, Аҡылы менән ғаләмде ҡорҙо, Зиһене менән күктәрҙе йәйҙе.


Татып ҡарағыҙ, күрегеҙ – Раббы ниндәй игелекле; Ниндәй бәхетле Уға һыйынған әҙәм!


Раббы зирәк аҡылы менән ерҙең нигеҙен ҡорған, Зирәклеге менән күкте нығытҡан.


Эй Йәрүсәлим, һине онотор булһам, Ҡороп ҡына ҡатһын уң ҡулым.


Раббы Үҙенең ҡөҙрәте менән ерҙе яратты, Аҡылы менән ғаләмде ҡорҙо, Зиһене менән күктәрҙе йәйҙе.


Сабыйҙар, имсәк балаларҙың ауазы менән Дошмандар һәм үслеләргә ҡаршы Һин нығытма ҡорҙоң, уларға ахыр ҡуйҙың.


Раббы һәр нәмәне Үҙ маҡсаты өсөн яратҡан, хатта яуызды ла бәлә көнө өсөн һаҡлар.


Уға баҡҡандарҙың йөҙҙәре нур сәсә, Оятҡа ҡалып ҡыҙарынмаҫтар.


Аяҡтарыбыҙ ҡапҡаларың төбөңдә, Йәрүсәлим!


Әүлиәлек: Раббының Исраил тураһында әйткән һүҙҙәре. Күктәрҙе киргән, ергә нигеҙ һалған, кешегә рух биргән Раббы былай ти:


Белмәйһеңме, ишетмәнең дәме? Раббы – мәңгелек Алла, Ерҙең бөтә тарафтарын Бар ҡылыусы. Арыуҙы ла, талыуҙы ла белмәй! Уның аҡылын аңлап булмаҫлыҡ.


Раббы Үҙ халҡын бик ныҡ үрсетте, Уны дошмандарынан ҡеүәтле итте.


Тауҙар Раббы хозурында – Бөтөн ер йөҙөнөң Хакимы алдында – Балауыҙҙай иреп аға.


Раббы хаҡында былай тип әйтер: «Ул минең һыйындырыусым, ҡәлғәм, Аллам, мин Уға өмөт бағлайым».


Һүҙҙәремде ауыҙыңа һалдым, Һине ҡулымдың күләгәһенә йәшерҙем, Күкте кирҙем, донъяны нигеҙгә ҡуйҙым Сионға: „Һин Минең халҡым!“ – тинем».


«Эй кирубтар араһында тәхет ҡорған Исраил Аллаһы, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы! Ерҙәге бөтә батшалыҡтарҙың берҙән-бер Аллаһы Һин. Күк менән ерҙе Һин яраттың.


Раббы түбәнһетелгәндәрҙе күтәрә, Яуыздарҙы ергә төшөрә.


Раббыны данлағыҙ – Ул игелекле. Исеменә мәҙхиә йырлағыҙ – был шундай ләззәтле.


Күҙегеҙҙе күккә күтәреп ҡарағыҙ: Быларҙың барыһын кем яратты? Йондоҙҙарҙы һанап сығарыусы, Һәр береһен исеме менән саҡырыусы – Раббы. Раббының бөйөк ҡөҙрәте, сикһеҙ ғәйрәте арҡаһында Уларҙың һис береһе юғалып ҡалманы.


Илдә бик күп әрменделәр хасил булды, Хатта батшаның бүлмәләренә тулды.


Һеҙҙе яратҡан, күктәрҙе киргән, Донъяның нигеҙен ҡорған Раббыны нисек онотаһығыҙ? Һеҙҙе ҡырмаҡсы булған залимдың асыуынан Ниңә һәр ваҡыт, көнө буйы тетрәнәһегеҙ? Әммә ҡайҙа һуң ул залимдың асыуы?


Раббы былай ти: «Бына ҡара! Мин яңы күк, яңы ер яратам. Үткән эштәр инде хәтергә алынмаҫ; Бүтәнсә башҡа ла инеп сыҡмаҫ.


Йәш сағыңда, яман көндәрең килеп еткәнсе, «Улар миңә бер ниндәй рәхәтлек килтермәй», – тип әйтер йылдарың яҡынлашҡансы, ҡояш һәм яҡтылыҡ, ай һәм йондоҙҙар тоноҡланмаҫ, ямғыр артынан йәнә болоттар әйләнеп ҡайтмаҫ элек, Бар ҡылыусыңды иҫеңдә тот.


Синай тауында, Муса менән һүҙен тамамлағас, Алла уға Үҙ бармағы менән яҙған ике таҡтаташты – килешеү таҡтаташтарын бирҙе.


Әллә белмәй инегеҙме? Ишетмәнегеҙме? Һеҙгә баштан уҡ әйтелмәнеме? Ер нигеҙе нисек ҡуйылғанын аңламанығыҙмы ни?


Бармаҡтарың әүәләгән күккә баҡтым, Һин урынлаштырған ай менән йондоҙҙарға ҡараным.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios