Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Яҡуб 5:9 - Инжил

9 Алла һеҙҙе хөкөм итмәһен өсөн, бер-берегеҙгә зарланмағыҙ, имандаштар: Хөкөмдар инде ишек төбөндә тора.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

9 Алла һеҙҙе хөкөм итмәһен өсөн, бер-берегеҙгә зарланмағыҙ, имандаштар: Хөкөмдар инде ишек төбөндә тора.

Ver Capítulo Copiar




Яҡуб 5:9
21 Referencias Cruzadas  

Шуға күрә ваҡытынан алда хөкөм итмәгеҙ, Раббының килгәнен көтөгөҙ. Ул ҡараңғылыҡта йәшерелгәндәрҙе яҡтыртасаҡ һәм кеше йөрәгендәге ниәттәрҙе асасаҡ. Ул саҡта инде һәр кем Алла тарафынан маҡтау аласаҡ.


Имандаштарым, бер-берегеҙҙең яманатын һатмағыҙ. Үҙ имандашының яманатын һатҡан йәки уны хөкөм иткән кеше ҡанундың яманатын һата һәм ҡанунды хөкөм итә. Әгәр ҙә ҡанунды хөкөм итәһең икән, һин ҡанунды үтәүсе түгел, ә Уны хөкөм итеүсеһең.


Шулай уҡ, быларҙың бөтәһен күргәндә, Әҙәм Улының яҡын, ишек төбөндә генә булыуын белерһегеҙ.


Бер-берегеҙгә аһ-зарһыҙ ҡунаҡсыл булығыҙ.


Мәғәнәһеҙ данға ынтылмайыҡ, бер-беребеҙҙең йәнен көйҙөрмәйек, бер-беребеҙҙән көнләшмәйек.


Улар тереләрҙе һәм үлеләрҙе хөкөм итергә әҙер Аллаға яуап бирәсәктәр әле.


Бөтөн ҡанундың асылын бер һүҙ менән аңлатып була: «Яҡыныңды үҙеңде яратҡан кеүек ярат».


Был хәлдәрҙең барыһы ла башҡаларға һабаҡ булһын өсөн эшләнгән, һәм беҙҙе, ахырызаман яҡынлашҡан саҡта йәшәгәндәрҙе, иҫкәртеп яҙылған.


Шуның һымаҡ, ошоларҙың ғәмәлгә ашыуын күргәндә, Әҙәм Улының яҡын, ишек төбөндә генә булыуын белерһегеҙ.


Һәр кем теләр-теләмәҫ йәки мәжбүри рәүештә түгел, ә йөрәге ҡушҡанса бирһен, сөнки Алла шатланып биргән кешене ярата.


Шуның өсөн Иродиада, үпкә һаҡлап, Яхъяны үлтерергә теләй, тик ҡулынан ғына килмәй ине, сөнки


Бына Мин ишек төбөндә шаҡып торам. Берәйһе тауышымды ишетеп ишек асһа, уның янына инермен һәм беҙ бергә ашарбыҙ: Мин уның менән, ә ул Минең менән.


Бары тик бер генә ҡанун Сығарыусы һәм Хөкөмдар бар. Ул ғына ҡотҡара һәм һәләк итә ала. Шулай булғас, башҡаларҙы хөкөм итергә кем һуң һин?


Имандаштарым, Раббы килгәнгә тиклем сабыр булығыҙ. Ерҙең ҡиммәтле уңыш биререн көткән игенсегә ҡарағыҙ: көҙгө һәм яҙғы ямғырҙар яуыуын ниндәй сабырлыҡ менән көтә ул!


Имандаштар, Раббы исеменән һөйләгән пәйғәмбәрҙәрҙең ғазаптарынан һәм сабырлығынан үрнәк алығыҙ.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios