8 Һеҙ ҙә шулай сабыр булығыҙ, күңелегеҙҙе нығытығыҙ, сөнки Раббы киләсәк көн яҡын.
8 Һеҙ ҙә шулай сабыр булығыҙ, ышанысығыҙҙа ныҡ тороғоҙ, сөнки Раббы киләсәк көн яҡын.
Алла һеҙҙе хөкөм итмәһен өсөн, бер-берегеҙгә зарланмағыҙ, имандаштар: Хөкөмдар инде ишек төбөндә тора.
Рухтың емештәре иһә: мөхәббәт, шатлыҡ, именлек, сабырлыҡ, итәғәтлек, изгелек, тоғролоҡ,
Донъяның ахыры яҡын. Шуға күрә доға ҡыла алыу өсөн тотанаҡлы һәм айыҡ аҡыллы булығыҙ.
Башҡаларға яғымлы булыуығыҙ бөтөн кешеләргә лә билдәле булһын. Раббы яҡынлаша.
Быларҙың барыһы тураһында шаһитлыҡ биреүсе былай ти: – Эйе, тиҙҙән киләм. Амин. Эйе, Раббы Ғайса, кил!
Раббыбыҙ Ғайса үҙенең бөтөн изгеләре менән килгән саҡта, Атабыҙ Алла алдында һеҙ саф һәм изге булһын өсөн, Раббы йөрәктәрегеҙҙе нығытһын.
Ул һеҙҙең йөрәктәрегеҙҙе Алланы яратыуға һәм Мәсих кеүек ҡаҡшамаҫ булыуға йүнәлтһен.
Ә инде үҙебеҙ күрмәгән нәмәгә өмөтләнәбеҙ икән, уны сабырлыҡ менән көтәбеҙ.
Сыҙамлығығыҙ менән ғүмерегеҙҙе һаҡлап ҡалырһығыҙ.
– Мин яңынан килгәнсе уның йәшәүен теләһәм дә, унда һинең ни эшең бар? Һин Минең артымдан бар, – тине Ғайса.
Раббыбыҙ Ғайса килгән саҡта кем беҙҙең өмөтөбөҙ, шатлығыбыҙ һәм маҡтау тажыбыҙ булыр һуң? Һеҙ түгелме ни?
Алтын-көмөштәрегеҙ тутыҡҡан. Уларҙың тутығы һеҙгә ҡаршы дәлил булыр һәм тәнегеҙҙе ут кеүек ашар. Һеҙ хазинағыҙҙы ошо донъяның һуңғы көндәрендә тупланығыҙ.