Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Яҡуб 5:7 - Инжил

7 Имандаштарым, Раббы килгәнгә тиклем сабыр булығыҙ. Ерҙең ҡиммәтле уңыш биререн көткән игенсегә ҡарағыҙ: көҙгө һәм яҙғы ямғырҙар яуыуын ниндәй сабырлыҡ менән көтә ул!

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

7 Имандаштарым, Раббы килгәнгә тиклем сабыр булығыҙ. Ерҙең ҡиммәтле уңыш биререн көткән игенсегә ҡарағыҙ: көҙгө һәм яҙғы ямғырҙар яуғанын ниндәй сабырлыҡ менән көтә ул!

Ver Capítulo Copiar




Яҡуб 5:7
32 Referencias Cruzadas  

Изгелек ҡылыуҙан арымайыҡ, әгәр туҡталмаһаҡ, шул саҡ уңышты ваҡытында урып алырбыҙ.


Бөтә ауырлыҡтар алдында түҙемле һәм сабыр булыуығыҙ өсөн, Уның данының ҡөҙрәте менән нығытылырһығыҙ.


Һәм Ибраһим, сабырлыҡ менән көткәндән һуң, вәғәҙә ителгәнде алған.


сабырлыҡ менән изге эш башҡарып данға, хөрмәткә һәм үлемһеҙлеккә ынтылыусыларға мәңгелек тормош бирәсәк,


Әммә беҙ Рух аша Алла алдында иман менән аҡланыуыбыҙҙы ышаныс менән көтәбеҙ.


Раббыбыҙ Ғайса килгән саҡта кем беҙҙең өмөтөбөҙ, шатлығыбыҙ һәм маҡтау тажыбыҙ булыр һуң? Һеҙ түгелме ни?


Шуға күрә, һеҙ ҙә әҙер булығыҙ: Әҙәм Улы һеҙ көтмәгән сәғәттә килер.


Раббыбыҙ Ғайса үҙенең бөтөн изгеләре менән килгән саҡта, Атабыҙ Алла алдында һеҙ саф һәм изге булһын өсөн, Раббы йөрәктәрегеҙҙе нығытһын.


Әҙәм Улының килеүе күктә көнсығыштан көнбайышҡа тиклем йәшен ялтлап киткән кеүек булыр.


Элек Изге Яҙмала яҙылғандарҙың барыһы ла, улар биргән сабырлыҡ һәм йыуаныу аша өмөтөбөҙ булһын өсөн, нәсихәт итеп яҙылған.


Улар: «Ғайса килергә вәғәҙә итмәнеме ни? Ҡайҙа һуң ул? Беҙҙең ата-бабаларыбыҙ үлеп бөттө, ә бар нәмә, донъя яратылғанда нисек булһа, шул килеш ҡала бирә», – тиерҙәр.


Һеҙҙең иманлы эштәрегеҙҙе, мөхәббәт менән һуғарылған хеҙмәтегеҙҙе һәм Раббыбыҙ Ғайса Мәсихкә өмөт бағлап ныҡ тороуығыҙҙы Атабыҙ Алла алдында һәр ваҡыт иҫебеҙҙә тотабыҙ.


Шуға күрә, Раббыбыҙ Ғайса Мәсихтең килеүен көткәндә, бер ниндәй ҙә рухи һәләткә мохтажлығығыҙ ҡалманы.


Шул мәлдә ҡөҙрәт һәм бөйөк балҡыш менән болотта килеүсе Әҙәм Улын күрерҙәр.


Һеҙгә әйтәм: Ул оҙаҡҡа һуҙмаҫ, яҡлар. Әммә Әҙәм Улы килгәс, ерҙә иман табырмы икән?


Ә уңдырышлы ергә төшкән орлоҡ иһә шуны аңлата: кешеләр һүҙҙе ишетеп, уны ихлас һәм саф күңел менән һаҡлай. Ундайҙар түҙемлек күрһәтеп уңыш килтерә.


Әҙәм Улы Үҙенең фәрештәләре менән Атаһының балҡып торған шөһрәтендә килер һәм һәр кемгә ғәмәленә ҡарап әжерен бирер.


Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: бында баҫып тороусыларҙың ҡайһы берҙәре, Әҙәм Улының Батша булып килеүен күргәнгә тиклем, үлем татымаясаҡ.


– Мин яңынан килгәнсе уның йәшәүен теләһәм дә, унда һинең ни эшең бар? Һин Минең артымдан бар, – тине Ғайса.


Бына нилектән имандаштар араһында: «Ул шәкерт үлмәйәсәк», тигән һүҙ таралды. Әммә Ғайса «ул үлмәйәсәк» тимәне, бары тик: «Мин яңынан килгәнсе уның йәшәүен теләһәм дә, унда һинең ни эшең бар?» – тип кенә әйтте.


Имандаштарым, бер-берегеҙҙең яманатын һатмағыҙ. Үҙ имандашының яманатын һатҡан йәки уны хөкөм иткән кеше ҡанундың яманатын һата һәм ҡанунды хөкөм итә. Әгәр ҙә ҡанунды хөкөм итәһең икән, һин ҡанунды үтәүсе түгел, ә Уны хөкөм итеүсеһең.


Алтын-көмөштәрегеҙ тутыҡҡан. Уларҙың тутығы һеҙгә ҡаршы дәлил булыр һәм тәнегеҙҙе ут кеүек ашар. Һеҙ хазинағыҙҙы ошо донъяның һуңғы көндәрендә тупланығыҙ.


Имандаштар, Раббы исеменән һөйләгән пәйғәмбәрҙәрҙең ғазаптарынан һәм сабырлығынан үрнәк алығыҙ.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios