Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Яҡуб 5:4 - Инжил

4 Баҫыуҙарығыҙҙа эшләүселәр һеҙҙең өсөн уңыш йыйҙы, һеҙ иһә уларҙы эш хаҡы түләмәй алданығыҙ. Тыңлағыҙ – хаҡы түләнмәгән хеҙмәт ҡысҡыра. Ураҡсыларҙың ҡысҡырышыуы сикһеҙ Ҡөҙрәтле Раббы ҡолағына барып етте.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

4 Баҫыуҙарығыҙҙа эшләүселәр һеҙҙең өсөн уңыш йыйҙы, һеҙ уларҙы эш хаҡы түләмәй алданығыҙ. Тыңлағыҙ – хаҡы түләнмәгән хеҙмәт ҡысҡыра, ураҡсыларҙың ҡысҡырышыуы Күк ғәскәрҙәре Раббыһы ҡолағына барып етте.

Ver Capítulo Copiar




Яҡуб 5:4
23 Referencias Cruzadas  

Ишағыя алдан уҡ әйткәнсә: «Әгәр сикһеҙ Ҡөҙрәтле Раббы нәҫел ҡалдырмаһа, беҙ Содом кеүек булыр һәм Гоморраға оҡшар инек».


Алла көнө-төнө Үҙен ярҙамға саҡырыусы Үҙе һайлап алған кешеләрен яҡламаҫмы һуң? Оҙаҡҡа һуҙырмы ни?


Хужалар, күктәрҙә үҙегеҙҙең дә Хужағыҙ барлығын иҫтә тотоп, ҡолдарығыҙға ҡарата намыҫлы һәм ғәҙел мөнәсәбәттә булығыҙ.


Шул саҡта Ғайса шәкерттәренә: – Ура торған ашлыҡ күп, ә ураҡсылар аҙ.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios