Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Яҡуб 5:3 - Инжил

3 Алтын-көмөштәрегеҙ тутыҡҡан. Уларҙың тутығы һеҙгә ҡаршы дәлил булыр һәм тәнегеҙҙе ут кеүек ашар. Һеҙ хазинағыҙҙы ошо донъяның һуңғы көндәрендә тупланығыҙ.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

3 Алтын-көмөшөгөҙ тутыҡҡан. Уларҙың тутығы һеҙгә ҡаршы дәлил булыр һәм тәнегеҙҙе ут кеүек ашар. Һеҙ хазинағыҙҙы һуңғы көндәрҙә тупланығыҙ.

Ver Capítulo Copiar




Яҡуб 5:3
19 Referencias Cruzadas  

Әммә тиҫкәрелегең һәм тәүбә итергә теләмәгән йөрәгең арҡаһында Алланың ғәҙел хөкөмө асыласаҡ асыу көнөнә Уның нәфрәтен үҙеңдә туплайһың.


Әммә ҡурҡаҡтарҙың да, имандан баш тартҡандарҙың да, әшәкеләрҙең дә, кеше үлтереүселәрҙең дә, фәхешлек ҡылыусыларҙың да, сихырсыларҙың да, ялған илаһтарға табыныусыларҙың да, бөтөн ялғансыларҙың да өлөшө ут һәм көкөрт ялҡынланып торған күлдә булыр. Был – икенсе үлем.


Исеме тормош китабында табылмаған һәр кем шул утлы күлгә ырғытылды.


Иң тәүҙә шуны белегеҙ: аҙаҡҡы көндәрҙә үҙҙәренең аҙғын теләктәре буйынса ғәмәл ҡылыусы, мыҫҡыллаусы оятһыҙ кешеләр килеп сығасаҡ.


ундай һүҙҙәр яман шеш кеүек таралыр. Именей менән Филит та шундайҙар араһында,


Һин күргән ун мөгөҙ һәм януар фәхишәгә нәфрәт менән ҡараясаҡ һәм уны бөлгөнлөккә төшөрәсәк, яланғас ҡалдырасаҡ, уның тәнен ашаясаҡ һәм утта яндырасаҡ.


«Ахырызаман килгәндә барлыҡ кешеләргә Үҙ Рухымды яуҙырырмын. Улдарығыҙ, ҡыҙҙарығыҙ пәйғәмбәрлек ҡылыр. Йәштәрегеҙ илаһи күренмештәр, ҡарттарығыҙ әүлиә-төштәр күрер.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios