Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Яҡуб 5:10 - Инжил

10 Имандаштар, Раббы исеменән һөйләгән пәйғәмбәрҙәрҙең ғазаптарынан һәм сабырлығынан үрнәк алығыҙ.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

10 Имандаштар, Раббы исеменән һөйләгән пәйғәмбәрҙәрҙең ғазаптарынан һәм сабырлығынан үрнәк алығыҙ.

Ver Capítulo Copiar




Яҡуб 5:10
19 Referencias Cruzadas  

Һеҙгә Алла һүҙен еткергән етәкселәрегеҙҙе иҫегеҙҙә тотоғоҙ һәм ғүмерҙәренең һөҙөмтәһен уйлап, имандарынан өлгө алып, уларға эйәрегеҙ.


Һеҙҙең ата-бабаларығыҙ эҙәрлекләмәгән берәй пәйғәмбәр ҡалдымы икән? Улар Хаҡ булған Заттың килерен алдан хәбәр итеүселәрҙе үлтергән, ә хәҙер һеҙ Уның Үҙенә хыянат иттегеҙ һәм Уны үлтерҙегеҙ.


Алла күптән үк Үҙенең изге пәйғәмбәрҙәре аша әйткән барлыҡ һүҙҙәр ғәмәлгә ашҡансы, Ғайса күктә ҡалырға тейеш.


Шул көндә шатланығыҙ һәм ҡыуаныстан һикерегеҙ, сөнки күктә әжерегеҙ ҙур буласаҡ. Ул кешеләрҙең атай-олатайҙары пәйғәмбәрҙәр менән дә шулай уҡ эшләгән.


Иерусалим! Пәйғәмбәрҙәрҙе үлтереүсе, Алла тарафынан үҙенә ебәрелгәндәрҙе таштар менән бәреп һәләк итеүсе Иерусалим! Ҡош үҙенең ҡошсоҡтарын ҡанат аҫтына йыйған кеүек, Мин дә һинең балаларыңды нисә тапҡыр шулай бергә йыйырға теләнем, ләкин һеҙ килергә теләмәнегеҙ!


Имандаштарым, бер-берегеҙҙең яманатын һатмағыҙ. Үҙ имандашының яманатын һатҡан йәки уны хөкөм иткән кеше ҡанундың яманатын һата һәм ҡанунды хөкөм итә. Әгәр ҙә ҡанунды хөкөм итәһең икән, һин ҡанунды үтәүсе түгел, ә Уны хөкөм итеүсеһең.


Имандаштарым, Раббы килгәнгә тиклем сабыр булығыҙ. Ерҙең ҡиммәтле уңыш биререн көткән игенсегә ҡарағыҙ: көҙгө һәм яҙғы ямғырҙар яуыуын ниндәй сабырлыҡ менән көтә ул!


Алла һеҙҙе хөкөм итмәһен өсөн, бер-берегеҙгә зарланмағыҙ, имандаштар: Хөкөмдар инде ишек төбөндә тора.


Арағыҙҙа кемдер ғазап сигә икән, доға ҡылһын. Кемдеңдер рухы күтәренке булһа, Аллаға маҡтау йыры йырлаһын.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios