Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Яҡуб 4:5 - Инжил

5 Йәки Изге Яҙмала: «Алла Үҙе беҙгә һалған рухты көнләшеү дәрәжәһенә етеп ярата», – тип юҡҡа әйтелгәнме ни?

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

5 Әллә Изге Яҙмала: «Алла Үҙе беҙгә һалған рухты көнләшеү менән ашҡынып ярата», – тип юҡҡа әйтелгән тип уйлайһығыҙмы?

Ver Capítulo Copiar




Яҡуб 4:5
24 Referencias Cruzadas  

Алла Йорто менән ялған илаһтар араһында ла уртаҡлыҡ була аламы? Беҙ – мәңге тере Алланың Йорто. Алла бит: «Улар араһында урынлашасаҡмын һәм йәшәйәсәкмен; уларҙың Аллаһы буласаҡмын, ә улар Минең халҡым буласаҡ», – тип әйткән.


Һеҙҙең тәнегеҙ – Изге Рух йорто. Изге Рухты һеҙгә Алла бирҙе, һәм Ул һеҙҙә йәшәй. Һеҙ ҙә үҙегеҙҙеке түгел. Быны белмәйһегеҙме ни?


Онотмайыҡ: ҡасандыр беҙ үҙебеҙ ҙә аңһыҙ, Аллаға буйһонмаусан, юлдан яҙҙырылған, һәр төрлө нәфсе һәм ләззәттәр ҡоло инек, яуызлыҡ һәм көнсөллөк эсендә йәшәнек, бер-беребеҙҙе һөйһөнмәнек.


Изге Яҙмала: «Алланың бүтән халыҡтарҙы иман аша аҡлаясағын алдан күреп, Ибраһимға: „Бөтөн халыҡтар ҙа һинең аша фатиха алыр“, – тип Һөйөнөслө Хәбәр белдергән», – тиелгән.


Шул ырыу башлыҡтары, көнләшеп, Йософто Мысырға һатып ебәргән. Әммә Алла уның менән булған,


Ә Изге Яҙманы юҡҡа сығарып булмай. Әгәр ҙә Алла һүҙе бирелгәндәр илаһ тип аталған икән,


Уларҙың күңелдәре һәр төрлө яманлыҡ, мәкер, ҡомһоҙлоҡ, яуызлыҡ, көнсөллөк, шулай уҡ кеше үлтереү, ыҙғыш-талаш, алдау, насар уйҙар менән тулы. Улар ғәйбәтселәр,


Изге Яҙмала Алла фирғәүенгә былай тигән: «Үҙемдең ҡөҙрәтемде һинең аша күрһәтергә һәм тотош Ер йөҙөндә исемем иғлан ителһен өсөн Мин һине батша дәрәжәһенә күтәрҙем».


Ә Изге Яҙманың башҡа бер урынында: «Улар үҙҙәре сәнскән Затҡа ҡарар», – тип тә әйтелгән.


Изге Яҙмала: «Мәсих Дауыт нәҫеленән буласаҡ һәм Дауыттың йәшәгән ҡалаһы Вифлеемдан киләсәк», тип яҙылған бит.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios