1 Арағыҙҙағы дошманлыҡ һәм ыҙғыш ҡайҙан килә? Күңелегеҙҙә тартышып йәшәгән мин-минле теләктәрҙән түгелме?
1 Арағыҙҙағы дошманлыҡ һәм ыҙғыш ҡайҙан килә? Һеҙҙе эстән йолҡҡослаған нәфсенән түгелме?
Ҡәҙерлеләрем! Һеҙ был донъяла – илгиҙәрҙәр һәм мосафирҙар. Шуға күрә һеҙҙе йәнгә ҡаршы көрәшеүсе гонаһлы теләктәрҙән йыраҡ торорға саҡырам.
Гонаһлы тәбиғәт – Рухҡа, ә Рух гонаһлы тәбиғәткә ҡаршы. Улар бер-береһенә ҡаршы тора бит, шуға күрә һеҙ үҙегеҙ теләгәндәрҙе үтәй алмайһығыҙ.
әммә тәнемдә башҡа бер ҡанундың эш итеүен күрәм. Ул иһә аҡылым хуплаған ҡанунға ҡаршы көрәшә һәм мине үҙемдәге гонаһ ҡанунына буйһондора.
сөнки гонаһлы тәбиғәте буйынса фекер йөрөткән кеше – Аллаға дошман, ул Алла ҡанунына буйһонмай ҙа, буйһона ла алмай.
Һәр кемде үҙенең гонаһлы теләктәре мауыҡтыра һәм ымһындыра.
Тыңлаусан балалар һымаҡ булығыҙ, Алланы белмәгән ваҡытығыҙҙағы элекке мин-минле теләктәрегеҙгә үҙегеҙ өҫтөнән хакимлыҡ итергә юл ҡуймағыҙ.
Шулай булғас, үҙегеҙҙең донъяуи теләктәрегеҙҙе: енси аҙғынлыҡты, әшәкелекте, нәфсене, яман теләктәрҙе һәм ялған илаһтарға табыныуға тиң булған ҡомһоҙлоҡто бөтөрөгөҙ.
Иң тәүҙә шуны белегеҙ: аҙаҡҡы көндәрҙә үҙҙәренең аҙғын теләктәре буйынса ғәмәл ҡылыусы, мыҫҡыллаусы оятһыҙ кешеләр килеп сығасаҡ.
Һорап та ала алмайһығыҙ, сөнки үҙегеҙгә генә ләззәт алыу өсөн, насар ниәт менән һорайһығыҙ.
Сөнки улар, яңғырауыҡлы буш һүҙҙәр һөйләп, аҙғын теләктәрендә уйнап, яңылышлыҡта йәшәүселәрҙән бына-бына арынып килеүселәрҙе үҙҙәренә ылыҡтыра.
Онотмайыҡ: ҡасандыр беҙ үҙебеҙ ҙә аңһыҙ, Аллаға буйһонмаусан, юлдан яҙҙырылған, һәр төрлө нәфсе һәм ләззәттәр ҡоло инек, яуызлыҡ һәм көнсөллөк эсендә йәшәнек, бер-беребеҙҙе һөйһөнмәнек.
Буштан һүҙ көрәштереүҙән, шәжәрәлә соҡсоноуҙан, ыҙғыш-талаштан һәм ҡанун тураһындағы бәхәстәрҙән алыҫ тор, сөнки уларҙың файҙаһы ла, мәғәнәһе лә юҡ.
Гонаһлы тәбиғәтебеҙ хакимлығы аҫтында сағыбыҙҙа, ҡанун тәнебеҙҙәге гонаһлы нәфселәрҙе уятты һәм ҡылған бар нәмәләребеҙҙең аҙағы үлем менән тамамланды.
Сөнки яуыз ниәттәр – кеше үлтереү, зинасылыҡ, фәхешлек, урлашыу, ялған шаһитлыҡ ҡылыу, яла яғыу – бөтәһе лә кешенең йөрәгенән сыға.
Һеҙҙең атағыҙ – Иблис, һәм һеҙ атағыҙҙың теләктәрен үтәргә теләйһегеҙ. Ул баштан уҡ кеше үлтереүсе булған һәм хәҡиҡәт менән бер ниндәй ҙә уртаҡлығы юҡ, сөнки унда хәҡиҡәт юҡ. Ул ялғанды һөйләгәндә үҙ асылы буйынса эшләй, ул – ялғансы һәм ялғандың атаһы.
Наҙан кешеләрҙең аҡылһыҙ бәхәстәренән ситтә тор, уларҙың талаш ҡына тыуҙырыуҙарын беләһең.