Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Яҡуб 3:6 - Инжил

6 Тел дә – ут. Тәнебеҙҙең ағзалары араһында ул – яманлыҡ донъяһы. Ул бөтөн тәнебеҙҙе бысрата һәм бөтә тормошобоҙҙо ялҡынға сорнай, уның үҙен иһә йәһәннәм уты ҡабыҙып ебәрә.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

6 Тел дә – ут. Тәнебеҙҙең ағзалары араһында ул – яманлыҡ донъяһы. Йәһәннәм утынан тоҡанған был ут бөтә тәнебеҙҙе бысрата һәм бөтә тормошобоҙҙо ялҡынға сорнай.

Ver Capítulo Copiar




Яҡуб 3:6
62 Referencias Cruzadas  

Кешене тыштан ингән һис нәмә бысрата алмай, әммә уны эсенән сыҡҡаны бысрата, – тине.


Шул саҡта бай: «Ибраһим атам! Миңә мәрхәмәтле булып, Лазарҙы яныма ебәр әле, ул бармаҡ осон һыуға манып, телемде сылатып һалҡынайтһын, мин ялҡында ғазапланам», – тип ҡысҡырған.


Шуға күрә, янығыҙға барһам, уның ҡылған эштәрен иҫемә төшөрөп һөйләрмен. Ул беҙҙең хаҡта яман һүҙҙәр таратып ҡына ҡалмай, хатта имандаштарҙы ҡабул итмәй, ҡабул итергә теләүселәргә иһә ҡамасаулай һәм берҙәмлектән ҡыуып ебәрә.


Һеҙ йөрөткән Мәсихтең яҡшы исемен шулар хурламаймы ни?


Улар Кәңәшмәлә ялған шаһиттарға һүҙ бирҙе. Тегеләре иһә: – Был кеше ошо изге Йортҡа һәм ҡанунға ҡаршы көфөр һөйләүҙән туҡтамай, – тинеләр. –


Әммә Петр: – Анания! Ни өсөн һин Иблискә йөрәгең менән идара итергә ирек бирҙең? Аҡсаның бер өлөшөн йәшереп ҡалдырып, Изге Рухты алдарға уйланың, – тине. –


Ләкин фарисейҙар быны ишетеп: – Был кеше ендәрҙе ендәр башлығы Веельзевулдың көсө менән генә ҡыуып сығара, – тинеләр.


Ә мин һеҙгә әйтәм: туғанына асыу тотоусы хөкөм ителеүгә лайыҡ. Туғанына: «Мәғәнәһеҙ», – тип әйтеүсе иһә Юғары кәңәшмә алдында яуапҡа тарттырылыуға, ә инде «Ахмаҡ», – тиеүсе йәһәннәм утына лайыҡ.


Ә януар һәм уның исеменән мөғжизәләр күрһәткән ялған пәйғәмбәр ҡулға алынды. Был ялған пәйғәмбәр януар тамғаһын ҡабул иткәндәрҙе, уның һынына табыныусыларҙы мөғжизәләр ярҙамында алдағайны. Улар икеһе лә янып торған көкөртлө күлгә тере көйө ырғытылды.


Яҡтыртҡыстың яҡтылығы ла һиндә күренмәҫ, кейәү менән кәләш тауыштары ла бынан ары ишетелмәҫ. Сауҙагәрҙәрең ерҙә бөйөк булды, һинең тылсымың менән бөтөн халыҡтар ҙа алданды.


Ул беренсе януар исеменән ҡылырға бирелгән мөғжизәләр менән ерҙә йәшәүселәрҙе алдаштырып, уларға ҡылыстан яраланған, әммә тере ҡалған януар һынын яһарға ҡушты.


Был ҙур аждаһа, Иблис йәки Шайтан тип аталған бөтөн донъяны алдаусы боронғо йылан, ергә бәреп төшөрөлдө, уның менән бергә фәрештәләре лә ырғытылды.


Иң тәүҙә шуны белегеҙ: аҙаҡҡы көндәрҙә үҙҙәренең аҙғын теләктәре буйынса ғәмәл ҡылыусы, мыҫҡыллаусы оятһыҙ кешеләр килеп сығасаҡ.


Уларҙы ауыҙҙарын ябырға мәжбүр итергә кәрәк, сөнки улар, хурлыҡлы табыш артынан ҡыуып, ярамаған нәмәләргә өйрәтеп, тотош ғаиләләрҙең тормошон боҙа.


Иман тотоусыларҙы үҙҙәренә эйәртеү өсөн һеҙҙең арағыҙҙан да ялған һөйләүселәр сығасаҡ.


Һәр төрлө януарҙарҙы ла, ҡоштарҙы ла, һөйрәлеүселәрҙе лә, диңгеҙ хайуандарын да буйһондороп була, һәм кеше уларҙы буйһондорҙо ла инде.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios