Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Яҡуб 2:6 - Инжил

6 Һеҙ иһә фәҡирҙе кәмһеттегеҙ. Һеҙҙе йәберләгән һәм хөкөм алдына һөйрәгән кешеләр байҙар түгелме ни?

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

6 Һеҙ иһә фәҡирҙе кәмһеттегеҙ. Һеҙҙе йәберләгән һәм хөкөмдән хөкөмгә йөрөткән кешеләр байҙар түгелме ни?

Ver Capítulo Copiar




Яҡуб 2:6
38 Referencias Cruzadas  

Һеҙҙең нимә, ашап-эсергә өйөгөҙ юҡмы ни? Әллә һеҙ Алла берҙәмлеген һанға һуҡмайһығыҙ һәм мохтаж булғандарҙы кәмһетәһегеҙме? Һеҙгә ни тип әйтергә? Маҡтарғамы? Юҡ, бының өсөн һеҙҙе маҡтамайым.


Баҫыуҙарығыҙҙа эшләүселәр һеҙҙең өсөн уңыш йыйҙы, һеҙ иһә уларҙы эш хаҡы түләмәй алданығыҙ. Тыңлағыҙ – хаҡы түләнмәгән хеҙмәт ҡысҡыра. Ураҡсыларҙың ҡысҡырышыуы сикһеҙ Ҡөҙрәтле Раббы ҡолағына барып етте.


Һеҙ бай кейемлегә күберәк иғтибар күрһәтеп: «Һин, рәхим итеп, бына бында, яҡшы урынға ултыр», – тиһәгеҙ, ә фәҡиргә: «Ана тегендә баҫып тор» йәки «Иҙәнгә, аяғым осона ултыр», – тип әйтһәгеҙ,


Илселәрҙе тапмағас, Иасонды һәм иман тотоусы ҡайһы бер кешеләрҙе ҡала башлыҡтары янына һөйрәп алып килделәр. – Бөтә ерҙә бола күтәреп, тыныслыҡты боҙоп йөрөүселәр бында ла килгән.


Әммә йәһүдтәр, мәшһүр ғаиләләрҙән булған диндар ҡатындарҙы һәм ҡаланың етәксе кешеләрен Павел менән Варнаваға ҡаршы ҡотортоп, уларҙы эҙәрлекләне, үҙ ерҙәренән ҡыуҙыртты.


Ә Савл имандаштар берҙәмлеген йәберләй башланы. Ул өйҙән-өйгә йөрөнө, ир-атты һәм ҡатын-ҡыҙҙы һөйрәп алып сығып төрмәгә япты.


Һеҙ ғәйепһеҙҙе хөкөм иттегеҙ һәм үлтерҙегеҙ: ул һеҙгә ҡаршылашманы.


Ахаияла Галлион өлкә башлығы булған ваҡытта йәһүдтәр, берләшеп, Павелға ҡаршы күтәрелде һәм уны тотоп хөкөм йортона алып барҙы.


Ғайса: – Миңә ен эйәләшмәгән. Мин Атамды хөрмәт итәм, ә һеҙ Мине хурлайһығыҙ.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios