Яҡуб 2:21 - Инжил21 Атабыҙ Ибраһим, улы Исхаҡты ҡорбан килтереү урынына ятҡырғас, ҡылған ғәмәлдәре арҡаһында аҡланмағанмы ни? Ver CapítuloИзге Яҙма21 Атабыҙ Ибраһим, улы Исхаҡты ҡорбан усағына һалғас, ҡылған ғәмәлдәре арҡаһында аҡланмағанмы ни? Ver Capítulo |
Шуға күрә Алланың вәғәҙәһе, мәрхәмәт буйынса булһын өсөн, иманға нигеҙләнгән. Шулай итеп, вәғәҙә Ибраһим тоҡомоноң һәммәһе өсөн дә көскә эйә булып тора: ҡанунға таяныусылар өсөн генә түгел, ә уның кеүек иман тотоусылар өсөн дә. Изге Яҙмала: «Мин һине күп халыҡтарҙың атаһы итеп ҡуйҙым», – тип әйтелгәнсә, Ибраһим барыбыҙға ла ата. Ул үлеләрҙе терелтеүсе, булмаған нәмәләрҙе бар итеүсе Аллаға ышанды һәм Алла алдында бөтөнөбөҙ өсөн дә – ата.