Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Яҡуб 1:25 - Инжил

25 Ә кем азатлыҡ килтерә торған камил ҡанунды иғтибар менән тикшереп уға тоғро ҡала, ишеткәнен онотмайынса башҡара, ул кеше үҙенең эштәрендә бәхетле буласаҡ.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

25 Ә кем, азатлыҡ килтерә торған камил ҡанунға төшөнөп, уға тоғро ҡала, ишеткәнен онотмайынса башҡара, ул кеше үҙенең эштәрендә бәхетле буласаҡ.

Ver Capítulo Copiar




Яҡуб 1:25
41 Referencias Cruzadas  

Ә Ғайса уға: – Дөрөҫөрәге, Алла һүҙен тыңлаған һәм үтәгән кешеләр бәхетле, – тигән.


Һеҙ хәҙер быны беләһегеҙ һәм, белгәнегеҙҙе үтәһәгеҙ, бәхетле булырһығыҙ.


Ирекле кешеләр булараҡ, ирегегеҙҙе яуызлыҡты йәшереү өсөн файҙаланмағыҙ, Алланың ҡолдары кеүек йәшәгеҙ,


Иреклек ҡануны буйынса хөкөм ителәһе кеше булараҡ һөйләгеҙ һәм ғәмәл ҡылығыҙ.


Мәсих беҙҙе ирекле булыр өсөн азат итте, шуға күрә ныҡ булығыҙ, үҙегеҙҙе ҡабаттан ҡоллоҡҡа дусар итмәгеҙ.


Шулай итеп, ҡәҙерле имандаштарым, Раббы эшенә һәр ваҡыт үҙегеҙҙе бағышлап һәм бар көсөгөҙҙө һалып, ныҡ тороғоҙ, ҡаҡшамаҫ булығыҙ, Раббы өсөн хеҙмәтегеҙҙең бушҡа булмағанын беләһегеҙ бит.


Үҙеңә ҡарата ла, өйрәтеүҙәреңә лә иғтибарлы бул; кәңәштәремде тот. Шулай иткәндә, һин үҙеңде лә, һине тыңлаусыларҙы ла ҡотҡарырһың.


Мине түгел, үҙегеҙҙе һынағыҙ: иман менән йәшәйһегеҙме? Үҙегеҙҙе тикшерегеҙ! Ғайса Мәсихтең үҙегеҙҙә булыуын белмәйһегеҙме әллә? Әгәр, әлбиттә, һынауҙы күтәрә алһағыҙ.


Шулай итеп, Алланың изгелеге лә, ҡырыҫлығы ла күҙ алдыңда. Ул иман юлынан тайпылғандарға ҡарата ҡырыҫ, ә һиңә, әгәр Алла изгелегенә өмөт бағлауыңды дауам итһәң, изгелекле булыр. Киреһенсә икән, һин дә киҫеп ташланырһың.


Һеҙ, үҙегеҙҙе ҡоллоҡҡа төшөрөп, яңынан ҡурҡып йәшәргә дусар итеүсе рухты түгел, ә үҙегеҙҙе Алла балалары итеүсе Рухты алдығыҙ. Шуға ла: «Абба! Атам!» – тип Аллаға мөрәжәғәт итәбеҙ.


Тик, шул уҡ ваҡытта, Ғайса Мәсихтәге азатлығыбыҙҙы күҙәтеү һәм беҙҙе ҡанун ҡоллоғона төшөрөү өсөн, арабыҙға һиҙҙермәй генә ялған имандаштар килеп инде, был мәсьәләне улар күтәрҙе лә инде.


Шуға күрә, әгәр ҙә Ата Улы һеҙҙе ирекле итһә, һеҙ ысындан да ирекле буласаҡһығыҙ.


Мин күктән үҙемә өндәшкән тауыш ишеттем: – Яҙып ҡуй: «әлеге мәлдән башлап Раббыныҡы булып үлгәндәр бәхетле». Эйе, улар үҙҙәренең ауыр хеҙмәттәренән ял итһендәр, сөнки эштәре уларҙан ҡалмай арттарынан барасаҡ, ти Рух.


Әгәр ҡатын иман һәм мөхәббәт, Аллаға изгелек һәм әхлаҡлыҡ һаҡлап йәшәһә, әсәлек бурысын үтәүсе булараҡ ҡотҡарыласаҡ.


Әммә ҡанун үҙе – изге, әмер ҙә шулай уҡ изге лә, ғәҙел дә, яҡшы ла.


Ләкин, Алланың ярҙамы менән мин бөгөнгө көнгәсә ныҡ торҙом, олоһонан кесеһенәсә шаһитлыҡ бирҙем. Бары тик пәйғәмбәрҙәр һәм Муса алдан әйткән киләсәктә булаһы хәлдәр тураһында ғына һөйләнем.


Йыйылыш таралғандан һуң күп йәһүдтәр һәм йәһүд диненә күскән диндар кешеләр Павел менән Варнава артынан барҙы. Илселәр, улар менән әңгәмә ҡороп, уларҙы Алла мәрхәмәтендә ҡалырға өгөтләне.


Бер кем дә Алла мәрхәмәтенән мәхрүм ҡалмаһын өсөн тырышлығығыҙҙы һалығыҙ. Берәй әсе тамырлы үлән үҫеп сығып, зыян килтереүенән һәм күптәрҙе зарарлауынан һаҡ булығыҙ.


Иман юлындағы был кешеләр илселәрҙең өйрәтеүе яҡлы булды, берҙәм йәшәнеләр, икмәк һындырҙылар һәм бергә доға ҡылдылар.


Үҙенең кейемен йыуғандар бәхетле. Уларҙың тереклек ағасынан туҡланырға һәм ҡапҡалар аша ҡалаға инергә хоҡуҡтары булыр.


Баштан уҡ ни ишеткән булһағыҙ, ана шуны күңелегеҙҙә һаҡлағыҙ. Әгәр ҙә баштан ишеткәндәр күңелегеҙҙә йәшәһә, һеҙ ҙә Атаның Улында һәм Улының Атаһында булырһығыҙ.


Тик һеҙ, иманығыҙҙың нигеҙендә ныҡлы һәм ҡаҡшамаҫ булып, үҙегеҙ ишеткән Һөйөнөслө Хәбәр биргән өмөттән ситләшмәгеҙ. Ул донъялағы һәр йән эйәһенә вәғәзләнгән һәм мин, Павел, Уның хеҙмәтсеһе булдым.


Алла ҡанунды ишетеүселәрҙе түгел, ә уны үтәүселәрҙе аҡлаясаҡ.


Сөнки тормош биреүсе Рух ҡануны һине Ғайса Мәсих аша гонаһ һәм үлем ҡанунынан азат итте.


Бер-берегеҙгә тормоштоң ауыр йөгөн күтәрешегеҙ – шулай итеп Мәсих ҡанунын үтәрһегеҙ.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios