Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Яҡуб 1:18 - Инжил

18 Үҙе бар иткәндәр араһында тәүге яңы емештәр булыуыбыҙ өсөн, Ул беҙҙе Үҙ ихтыяры менән хәҡиҡәт һүҙе аша тыуҙырҙы.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

18 Ул беҙҙе, Үҙе бар иткәндәр араһында тәүге яңы емештәр булһын тип, Үҙ ихтыяры менән хәҡиҡәт һүҙе аша тыуҙырҙы.

Ver Capítulo Copiar




Яҡуб 1:18
24 Referencias Cruzadas  

Һеҙҙең яңы тормошоғоҙҙоң инеше иҫкерә торған орлоҡ түгел, ә иҫкермәй торған орлоҡ. Был – Алланың тере һәм мәңгелек һүҙе!


Улар ҡандан да, тәндең көҫәүенән һәм кешенең теләгенән дә түгел, ә Алланан тыуҙы.


Раббыбыҙ Ғайса Мәсихтең Аллаһына һәм Атаһына дан! Ул Үҙенең бөйөк мәрхәмәте менән Ғайса Мәсихте үленән терелтеү аша беҙҙе яңынан тыуҙырҙы


Улар – бер тапҡыр ҙа ҡатын-ҡыҙ менән булмаған, шул арҡала сафлыҡтарын һаҡлап ҡалған кешеләр. Улар Бәрәс ҡайҙа барһа, Уның артынан шунда барыусылар. Улар барлыҡ кешелек араһынан ҡотҡарып алынды һәм Аллаға һәм Бәрәскә беренселәрҙән булып бағышланды,


Быны Ул беҙҙең, Мәсихкә өмөт бағлаусыларҙың тәүгеләре аша Алланың бөйөклөгө маҡталһын өсөн эшләне.


Алланан тыуған гонаһ ҡылмай, сөнки унда Алла орлоғо бар. Ул гонаһ ҡыла алмай, сөнки ул Алланан тыуған.


Һеҙ Алла кешеләренең – исемдәре күктә яҙылып ҡуйылған беренсе тыуған балаларҙың шатлыҡлы тантаналы йыйылышына, бөтөнөһөнөң Хөкөмдары булған Аллаға, камиллаштырылған тәҡүә кешеләрҙең рухтарына,


Шуға күрә һәр төрлө әшәкелектән һәм ныҡ таралған яуызлыҡтан ваз кисеп, йөрәктәрегеҙгә сәселгән Алла һүҙен баҫалҡылыҡ менән ҡабул итегеҙ; ул һүҙ һеҙҙең йәндәрегеҙҙе ҡотҡарырға һәләтле.


Бәлки, Мәсих юлында меңәрләгән өйрәтеүселәрегеҙ ҙә барҙыр, әммә атайҙарығыҙ күп түгел. Һеҙ Ғайса Мәсих аша яңынан тыуҙығыҙ һәм мин, Һөйөнөслө Хәбәрҙе иғлан итеп, атайығыҙ булдым.


хәҡиҡәтте вәғәзләү, Алла ҡөҙрәте менән, уң һәм һул ҡулдарыбыҙҙағы хаҡлыҡ ҡоралы менән дә,


Һеҙ ҙә хәҡиҡәт һүҙен – һеҙгә ҡотолоу килтереүсе Һөйөнөслө Хәбәрҙе ишетеп, Мәсихкә инанғас, вәғәҙә ителгән Изге Рух менән Алла тарафынан Мәсих аша мөһөрләндегеҙ.


Алла алдында үҙеңде һыналған, намыҫлы хеҙмәткәр, хәҡиҡәт һүҙен тоғро өйрәтеүсе итеп күрһәтергә тырыш.


Бынан һуң теләк, яралып, гонаһты тыуҙыра, ә гонаһ, тамам нығынып, үлемгә килтерә.


Әммә йөрәктәрегеҙҙе әсе көнсөллөк һәм мин-минлек биләһә, маһаймағыҙ һәм хәҡиҡәткә ҡаршы ялғанламағыҙ.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios