Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Яҡуб 1:10 - Инжил

10 Бай иһә үҙенең түбән төшөрөлөүе менән генә ғорурлана ала, сөнки байҙар ялан сәскәһе кеүек юғаласаҡ.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

10 ә бай – түбән төшөрөлөүе менән, сөнки ул ялан сәскәһе кеүек юҡҡа сығасаҡ.

Ver Capítulo Copiar




Яҡуб 1:10
19 Referencias Cruzadas  

Изге Яҙмала әйтелгәнсә: «Бөтә кеше – үлән кеүек, уның бөтә даны – ялан сәскәһе ише. Үлән ҡорой, сәскәһе ҡойола,


Донъя һәм уның теләктәре үтеп китә, ә Алла ихтыярын үтәгән кеше мәңге йәшәй.


Был донъялағы байҙарҙы иҫкәрт: улар үҙҙәре тураһында юғары фекерҙә булмаһын һәм ышанысһыҙ байлыҡҡа түгел, рәхәтләнеп йәшәү өсөн бөтөн нәмәне мул биргән Аллаға өмөт бағлаһын.


– Аллаға мохтаж булыуҙарын аңлағандар бәхетле, сөнки Күктәр Батшалығы уларҙыҡы.


был донъя менән файҙаланғандар файҙаланмаусылар кеүек булһындар. Сөнки был донъя хәҙерге күренмешендә кире ҡайтмаҫҡа үтеп бара.


Эй һеҙ, иртәгә ни булырын белмәүселәр, һеҙҙең тормошоғоҙ ни генә? Һеҙ бит аҙ ваҡытҡа пәйҙә булып, аҙаҡ юғалыусы томан ғына.


Бөгөн яланда үҫеп ултырған, ә иртәгә мейескә ташланасаҡ үләнде Алла шулай кейендерә икән, һеҙҙе бигерәк тә кейендермәҫме ни, эй, һеҙ, имандары аҙҙар?


Улай ғына ла түгел, Раббым Ғайса Мәсихте танып белеүҙе мин берҙән-бер табыш тип һанайым һәм башҡа бөтөн нәмәләрҙе лә юғалтыу тип уйлайым. Мәсихкә эйә булыу һәм Унда үҙемде табыу өсөн, мин бар нәмәне лә сүп-сарға иҫәпләп, уларҙан Мәсих хаҡына баш тарттым. Минең хаҡлығым ҡанунды үтәүгә түгел, ә Мәсихкә булған иманым, Алланан килгән хаҡлығыма нигеҙләнгән.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios