1 Ибраһим һәм Дауыт тоҡомонан булған Ғайса Мәсихтең нәҫел шәжәрәһе.
Вәғәҙәләр иһә Ибраһимға һәм уның нәҫеленән булғанға бирелгән. Әйткәндәй, Изге Яҙмала «нәҫеленән булғандарға» тип күптәр тураһында түгел, ә «нәҫеленән булғанға» тип берәү тураһында әйтелгән. Һүҙ Мәсих хаҡында бара.
Унда һүҙ Уның Улы – Раббыбыҙ Ғайса Мәсих тураһында бара. Ул сығышы менән Дауыт нәҫеленән булған. Изгелек Рухы буйынса иһә ҡөҙрәткә эйә Алланың Улы тип танылған, сөнки үленән терелтелгән.
Мин, Ғайса, былар хаҡында Алла берҙәмлектәренә шаһитлыҡ итер өсөн һеҙгә Үҙемдең фәрештәмде ебәрҙем. Мин – Дауыт тамырынан һәм нәҫеленән үҫеп сыҡҡан Һабаҡ, яҡты таң йондоҙомон».
Изге Яҙмала: «Мәсих Дауыт нәҫеленән буласаҡ һәм Дауыттың йәшәгән ҡалаһы Вифлеемдан киләсәк», тип яҙылған бит.
Алла Дауыт урынына тәхеткә уның нәҫеленән береһен ултыртасағы тураһында ант иткән. Дауытҡа был ант хаҡында билдәле ине һәм, пәйғәмбәр булараҡ,
Ғайса Мәсихтең тыуыуы былай: әсәһе Мәрйәм Йософ менән йәрәшелгән була, әммә улар өйләнешкәнсе үк Мәрйәмдең Изге Рухтан балаға ҡалғаны асыҡлана.
Улар беҙҙең атай-олатайҙарыбыҙҙың тоҡомо, Мәсих – сығышы менән улар араһынан, Ул – һәр нәмәнән өҫтөн Алла, Уға мәңгелек дан булһын! Амин.
Ибраһимға һәм уның тоҡомона донъя вариҫы булыу тураһындағы вәғәҙә ҡанун аша түгел, ә имандан килгән хаҡлыҡ аша бирелде.
Шул төбәктә йәшәгән Ханаан ҡатыны Уның ҡаршыһына сығып: – Әфәндем, Дауыт Улы! Миңә мәрхәмәтле булһаңсы: ҡыҙыма ен эйәләште, ул ныҡ ғазаплана! – тип ҡысҡырҙы.
Ғайса унан киткәндә, артынан ике һуҡыр эйәрҙе. Улар: – Дауыт Улы, беҙгә мәрхәмәтле булһаңсы! – тип ҡысҡырҙы.
Ғайса һыуға сумдырылып сыҡты. Шул саҡ күктәр асылып китте лә, Ул Үҙенең өҫтөнә күгәрсен рәүешендә Алла Рухының төшкәнен күрҙе.
Ибраһим Исхаҡтың, Исхаҡ Яҡубтың, Яҡуб Йәһүҙәнең һәм уның ағай-энеләренең атаһы;
Ул Яҡуб нәҫеле өҫтөнән мәңгелек батшалыҡ итер һәм Уның батшалығының аҙағы булмаҫ.
Алла бер, Алла менән кешеләр араһында бәйләнеш булдырыусы ла бер. Ул – Ғайса Мәсих,
Дауыт нәҫеленән булған Раббыбыҙ Ғайса Мәсихте иҫеңдә тот. Ул үленән терелтеп торғоҙолдо. Был хаҡта мин һөйләгән Һөйөнөслө Хәбәрҙә әйтелә.