Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Лукас 9:29 - Инжил

29 Доға ҡылған саҡта Ғайсаның йөҙ-ҡиәфәте үҙгәреп киткән, кейеме ялтырап торған аҡ төҫкә ингән.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

29 Доға ҡылған саҡта Ғайсаның йөҙ-ҡиәфәте үҙгәреп китте, кейеме ялтырап торған аҡ төҫкә инде.

Ver Capítulo Copiar




Лукас 9:29
17 Referencias Cruzadas  

Ғайсаның ҡиәфәте күҙ алдарында үҙгәрҙе: йөҙө ҡояштай балҡыны, ә кейеме яҡтылыҡ кеүек ап-аҡ төҫкә инде.


Унан һуң мин ҙур аҡ тәхетте һәм унда Ултырыусыны күрҙем. Уның ҡарашынан ер менән күк ҡасты, уларға урын табылманы.


Кәңәшмәлә ултырыусы бөтә кеше Стефанға текләп ҡараны. Уның йөҙө фәрештәнеке кеүек ине.


Һүҙ кеше булды ла, беҙҙең арабыҙҙа йәшәне. Беҙ Уның бөйөклөгөн – Атаның берҙән-бер Улында булған данлы бөйөклөгөн күрҙек. Ул мәрхәмәт һәм хәҡиҡәт менән тулы ине.


Бынан һуң шәкерттәрҙең икеһенә, ауылға китеп барғандарында, Ғайса башҡа ҡиәфәттә күренде.


Бик күп халыҡ һыуға сумдырылған, улар менән бергә Ғайса ла сумдырылған. Ул доға ҡылған ваҡытта күк йөҙө асылып киткән


Ғайса иһә аулаҡ урындарға барып доға ҡылыр булған.


Шул көндәрҙә Ғайса, доға ҡылыу өсөн, тауға артылған һәм төнө буйы Аллаға доға ҡылып сыҡҡан.


Бер ваҡыт, Ғайса аулаҡ ҡалып доға ҡылғанда, Уның янында шәкерттәре генә булған. Ғайса уларҙан: – Халыҡ Мине кем тип иҫәпләй? – тип һораған.


Ҡапыл күк балҡышында ике кеше пәйҙә булып, Уның менән һөйләшә башлаған. Был кешеләр Муса менән Ильяс пәйғәмбәрҙәр булған. Улар Иерусалимда ғәмәлгә ашырылырға тейеш булған Ғайсаның донъянан китеүе тураһында һөйләшкәндәр.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios