Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Лукас 9:20 - Инжил

20 – Ә һеҙ Мине кем тип иҫәпләйһегеҙ? – тип һораған Ул шәкерттәренән. – Һин – Алла Мәсихе, – тип яуаплаған Петр.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

20 – Ә һеҙ Мине кем тип иҫәпләйһегеҙ? – тип һораны Ул шәкерттәренән. – Һин – Алла Мәсихе, – тип яуапланы Петрус.

Ver Capítulo Copiar




Лукас 9:20
20 Referencias Cruzadas  

Икенселәре: – Ул – Мәсих, – тине. Башҡалары уларға ҡаршы төштө: – Мәсих Галилеянан килер микән?


– Барығыҙ әле, минең бөтә ҡылған эштәремде һөйләп биргән Кешене күрегеҙ. Бәлки Ул Мәсихтер? – тине.


Уларға Мәсихтең ғазап сигергә һәм үленән терелергә тейешлеген аңлатты һәм иҫбат итте. – Мин һеҙгә Ғайса хаҡында вәғәз әйтәм һәм шул Ғайса – Мәсих, – тине Павел.


Ә Савлдың вәғәзләү ҡеүәте артҡандан-артты. Ғайсаның Мәсих икәнлеген иҫбат итеп йөрөп, ул Дамаскыла йәшәүсе йәһүдтәрҙе аптырашҡа һалды.


Былары иһә Ғайсаның Алла Улы, Мәсих булыуына һеҙ инанһын өсөн һәм, Уға инаныу арҡаһында, Уның исеменән һеҙгә тормош булһын өсөн яҙылды.


– Эйе, Хужам! – тип яуапланы Марфа. – Мин Һинең донъяға килергә тейеш булған Мәсих, Алла Улы икәнлегеңә ышанам.


Ҡатынға иһә: «Беҙ инде һинең һөйләүең буйынса ғына түгел, ә әйткән һүҙҙәрен үҙебеҙ ишетеп, Уның ысынлап та донъяны Ҡотҡарыусы икәнен белгәнгә күрә ышанабыҙ», – тинеләр.


Нафанаил Уға: – Остаз! Һин – Алла Улы! Һин – Израиль Батшаһы! – тине.


Ул, иң тәүҙә ағаһы Симонды эҙләп табып, уға: – Беҙ Мәсихте (Мәсих – «Май һөртөлгән Зат» тигәнде аңлата) таптыҡ, – тине.


– Ә һеҙ Мине кем тип иҫәпләйһегеҙ? – тип һораны Ул уларҙан. – Һин – Мәсих, – тине Петр.


Ғайсаның Мәсих булыуына инанған һәр кем Алланан тыуған. Һәм Атаны яратҡан һәр кем Унан тыуған баланы ла ярата.


Ошолай бара торғас, улар ниндәйҙер һыу буйына килеп етте. – Бына бит, бында һыу бар, сумдырылыу йолаһын үтергә миңә нимә ҡамасаулай? – тине хәбәш.


– Әйт әле беҙгә: Һин Мәсихме? – тип һорағандар. Ғайса уларға: – Әгәр әйтһәм, ышанмаясаҡһығыҙ.


Әммә Ғайса өндәшмәне, бер ни тип тә яуап ҡайтарманы. Иң баш рухани Унан тағы: – Һин мөбәрәк Алланың Улы Мәсихме? – тип һораны.


– Һеҙ Мәсих хаҡында нимә уйлайһығыҙ? Ул кемдең Тоҡомо? – тип һораны. – Дауыт Тоҡомо, – тип яуап бирҙе улар.


Дуҫтарығыҙҙы ғына сәләмләһәгеҙ, иҫ китерлек ни эш ҡылаһығыҙ? Мәжүсиҙәр ҙә шулай эшләмәйме ни?


Әммә Ғайса бер нәмә лә өндәшмәне. Иң баш рухани Унан: – Мәңге тере Алла алдында ант итеп әйтеүеңде талап итәм: Һин Алла Улы Мәсихме? – тип һораны.


– Берәүҙәр Һине Сумдырыусы Яхъя ти, икенселәре – Ильяс, ә ҡайһылары боронғо пәйғәмбәрҙәрҙең береһе терелеп торған тип уйлай, – тип яуап биргәндәр Уға.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios