Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Лукас 9:16 - Инжил

16 Ғайса биш икмәкте һәм ике балыҡты алған да күккә ҡарап улар өсөн шөкөрана ҡылған, унан икмәк менән балыҡтарҙы бүлгеләп, халыҡҡа өләшер өсөн шәкерттәренә биргән.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

16 Ғайса биш икмәкте һәм ике балыҡты алды ла күккә ҡарап улар өсөн шөкөрана ҡылды, унан, икмәк менән балыҡтарҙы бүлгеләп, халыҡҡа өләшер өсөн шәкерттәренә бирҙе.

Ver Capítulo Copiar




Лукас 9:16
16 Referencias Cruzadas  

Ул кешеләргә сиҙәмгә ултырырға ҡушты, биш икмәкте һәм ике балыҡты алып күккә ҡарап шөкөрана ҡылды һәм, икмәктәрҙе бүлгеләп, шәкерттәренә бирҙе, ә улар халыҡҡа өләште.


Ашап ултырған саҡта Ул икмәк алып шөкөрана ҡылған, бүлеп шәкерттәренә биргән.


ете икмәкте һәм балыҡтарҙы алып Аллаға шөкөрана ҡылғас, бүлгеләп шәкерттәренә бирҙе, ә улар халыҡҡа өләште.


Кем бер көн икенсеһенән мөһимерәк тип һанай, ул Раббы хөрмәтенә шулай тип иҫәпләй. Һәр төрлө ризыҡты ашаусы ла быны Раббы хөрмәтенә эшләй, сөнки Аллаға шөкөр итә. Ашамаған да быны Раббы хаҡына эшләй, ул да Аллаға шөкөр итә.


Шулай тигәс, Павел икмәкте ҡулына алып, Аллаға шөкөрана ҡылды һәм һындырып ашай башланы.


Кешеләр Раббы Ғайса шөкөрана итеп биргән икмәкте ашаған урындан алыҫ булмаған Тивериада ҡалаһынан бүтән кәмәләр ҙә килеп туҡтаны.


Ғайса икмәкте алып, Аллаға рәхмәт уҡығандан һуң, ултырған кешеләргә өләште; балыҡтарҙы ла шулай һәр кемгә теләгәне тиклем бирҙе.


Ғайса ҡулына икмәк алып шөкөр иткән дә, уны һындырып, шәкерттәренә өләшкән: – Был – Минең һеҙҙең өсөн ҡорбанға бирелә торған тәнем. Минең иҫтәлегемә шулай эшләгеҙ.


шөкөр итте лә, уны һындырып былай тине: «Был – һеҙҙең өсөн ҡорбанға бирелә торған тәнем. Минең иҫтәлегемә шулай эшләгеҙ».


Әгәр ризыҡты рәхмәт доғаһы ҡылып ҡабул итәм икән, ни өсөн мине был ризыҡ өсөн шелтәләргә?


Күккә ҡарап көрһөндө лә: – Еффафа! (Йәғни «Асыл!») – тине.


Шәкерттәр шулай эшләгән, бөтәһен дә ултыртып сыҡҡан.


Бөтәһе лә туйғансы ашаған. Ҡалған һыныҡтарҙан тулы ун ике кәрзин йыйып алғандар.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios