Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Лукас 9:10 - Инжил

10 Илселәр, әйләнеп ҡайтҡас, үҙҙәренең ҡылған эштәре тураһында Ғайсаға һөйләп биргән. Ғайса уларҙы Үҙе менән Вифсаида тигән ҡала эргәһендәге аулаҡ урынға алып киткән.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

10 Әйләнеп ҡайтҡас, илселәр ҡылған эштәре тураһында Ғайсаға һөйләп бирҙе. Ғайса уларҙы Үҙе менән Бейт-Сайда тигән ҡала эргәһендәге аулаҡ урынға алып китте.

Ver Capítulo Copiar




Лукас 9:10
10 Referencias Cruzadas  

– Ҡайғы һиңә, Хоразин! Ҡайғы һиңә, Вифсаида! Әгәр ҙә һеҙҙә ҡылынған мөғжизәләр Тир һәм Сидон ҡалаларында күрһәтелгән булһа, ундағы кешеләр күптән инде шырт кейемдәр кейеп, баштарына көл һибеп тәүбә итерҙәр ине.


Етәкселәрегеҙҙе тыңлағыҙ һәм уларға буйһоноғоҙ – улар Алла алдында яуап тота торған кешеләр булғанлыҡтан, һеҙҙең йәндәрегеҙ тураһында арымай-талмай хәстәрлек күрә. Шулай булғас, был эште уларға ауырыҡһынып түгел, ә шатланып башҡарырға юл ҡуйығыҙ. Ауырыҡһынып башҡарған эштең һеҙҙең өсөн һис ниндәй файҙаһы булмаҫ.


Етмеш ике шәкерт ҡыуана-ҡыуана Ғайса янына ҡайтҡан: – Хужабыҙ! Һинең исемең менән эш иткәндә, беҙгә хатта ендәр ҙә буйһона!


Филипп та, Андрей менән Петр кеүек үк, Вифсаида ҡалаһынан ине.


– Нимә һөйләй Ул? Был бит көфөр һүҙ! Гонаһтарҙы бер Алланан башҡа кем кисерә ала? – тип уйланы.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios