Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Лукас 8:47 - Инжил

47 Теге ҡатын, йәшеренеп ҡала алмаясағын аңлағас, ҡалтырана-ҡалтырана Ғайса янына килгән дә, Уның алдына йығылған. Ни өсөн ҡағылыуы һәм ҡағылғас та шунда уҡ һауығыуы тураһында бөтөн халыҡ алдында һөйләп биргән.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

47 Теге ҡатын, йәшеренеп ҡала алмаясағын аңлағас, ҡалтырана-ҡалтырана Ғайса янына килде лә Уның аяғына йығылды. Ни өсөн ҡағылыуы һәм ҡағылғас та һауығыуы тураһында бөтә халыҡ алдында һөйләп бирҙе.

Ver Capítulo Copiar




Лукас 8:47
18 Referencias Cruzadas  

Ҡурҡыуынан ҡалтырап төшкән ҡатын, үҙе менән ни булғанын аңлап, Ғайсаға яҡын килде һәм алдына йығылып Уға бөтә дөрөҫлөктө һөйләп бирҙе.


Уны нисек ихтирам һәм тәрән хөрмәт менән ҡабул итеүегеҙҙе, барығыҙҙың да итәғәтлелеген иҫтә тотоп, уның йөрәге һеҙгә тағы ла нығыраҡ ынтыла.


Беҙгә ҡаҡшамаҫ батшалыҡ бирелә, шуға күрә рәхмәтле булайыҡ һәм ихтирам һәм ҡурҡыу менән Аллаға яраҡлы итеп башыбыҙҙы эйәйек һәм Уға хеҙмәт итәйек,


Һеҙгә мин көсһөҙ, баҙнатһыҙ һәм ҡурҡҡан хәлдә килдем.


Ҡарауылсы ут һорап алды ла бүлмә эсенә йүгереп инде һәм, ҡалтыранып, Павел менән Сила алдына йығылды.


Ҡәҙерлеләрем, һеҙ мине янығыҙҙа булғанда ғына түгел, янығыҙҙа булмағанда ла һәр саҡ тыңланығыҙ. Хәҙер иһә, бигерәк тә үҙегеҙҙең ҡотолоу хаҡына, ҡурҡыу һәм ҡалтырау аша хеҙмәтегеҙҙе аҙағына тиклем дауам итегеҙ.


Ҡатындар, ҡурҡып, шул уҡ ваҡытта бик ныҡ шатланып, ҡәбер янынан тиҙ генә китә һалдылар һәм Уның шәкерттәренә хәбәр итергә йүгерҙеләр.


– Миңә кемдер ҡағылды. Мин Үҙемдән көс сыҡҡанын тойҙом, – тигән Ғайса.


Ғайса уға: – Ҡыҙым! Һине ышаныуың һауыҡтырҙы. Бар, имен йөрө, – тигән.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios