Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Лукас 8:41 - Инжил

41 Шул саҡ ғибәҙәтхана башлығы, Яир исемле кеше, Ғайса янына килгән. Ул, Ғайсаның аяҡтарына йығылып, өйөнә барыуын үтенгән.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

41 Шул саҡ Яйрос исемле ғибәҙәтхана башлығы Ғайса янына килде лә, аяҡтарына йығылып, өйөнә барырға ялынды.

Ver Capítulo Copiar




Лукас 8:41
15 Referencias Cruzadas  

Ғибәҙәтхана башлығы Крисп иһә үҙенең бөтә ғаиләһе менән Раббыға инанды. Павелдың һөйләгәндәрен ишетеп, күп кенә коринфтар ҙа иманға килде һәм һыуға сумдырылыу йолаһын үтте.


Ҡанундан һәм пәйғәмбәрҙәр яҙған китаптарҙан өҙөктәр уҡығандан һуң, ғибәҙәтхана башлыҡтары уларға хеҙмәтсе аша: – Туғандар! Халыҡҡа еткерергә теләгән нәсихәт һүҙегеҙ булһа, әйтегеҙ, – тинеләр.


Ғибәҙәтхана башлығы, Ғайсаның шәмбе көнө һауыҡтырыуына асыуланып, халыҡҡа: – Эшләү өсөн аҙнаның алты көнө бар, сирҙәрегеҙҙән һауығырға шәмбе түгел, ә шул ҡалған көндәрҙең береһендә килегеҙ, – тигән.


Ғайса ошо һүҙҙәрҙе әйткән саҡта ғибәҙәтхана башлығының өйөнән кемдер килеп башлыҡҡа: – Ҡыҙың вафат булды, остазды бүтән мәшәҡәтләмә, – тип әйткән.


Ул яҙыу төргәген алғас, дүрт йән эйәһе һәм егерме дүрт аҡһаҡал Бәрәс алдына йөҙтүбән ҡоланы. Уларҙың һәр береһендә арфа һәм хуш еҫтәр ҡушылмаһы – йәғни изгеләрҙең доғалары тултырылған алтын кәсә ине.


Шунан һуң ундағы кешеләр хөкөм йорто алдында ғибәҙәтхана башлығы Сосфенды тотоп туҡманы. Ә Галлиондың быға иҫе лә китмәне.


Лидда Иоппияға яҡын булғанлыҡтан, шәкерттәр Петрҙың ундалығын ишетте, уның үҙҙәре янына тиҙерәк килеүен үтенеп, ике кешене ебәрҙеләр.


Ғайсаның аяҡтарына йығылып Уға рәхмәт әйткән. Был – Самария кешеһе булған.


Симон Петр был хәлде күреп: – Хужам, кит минең янымдан! Мин – гонаһлы, – тип Ғайсаның тубыҡтарына йығылған.


– Хужам, Һин бында булһаң, ҡустыбыҙ үлмәгән булыр ине, – тип өндәште Марфа. –


Яирҙың ун ике йәштәр тирәһендәге берҙән-бер ҡыҙы үлем хәлендә ята икән. Яирҙың өйөнә барған саҡта, Ғайсаны төрлө яҡтан халыҡ ҡыҫырыҡлап алған.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios