Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Лукас 8:40 - Инжил

40 Ғайса әйләнеп ҡайтҡас, халыҡ Уны шатланып ҡаршы алған. Уны бөтөнөһө лә көткән.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

40 Ғайса әйләнеп ҡайтҡас, халыҡ Уны шатланып ҡаршы алды. Уны бөтәһе лә көтә ине.

Ver Capítulo Copiar




Лукас 8:40
12 Referencias Cruzadas  

Ғайса кәмәлә икенсе ярға кире сыҡҡас, Уның янына күп халыҡ йыйылды. Ул күл янында булғанда,


Ғайса, кәмәгә ултырып күл аша сыҡты ла, Үҙе йәшәгән ҡалаға килде.


Яхъяның тәҡүә һәм изге кеше булғанын белгәнгә күрә, Ирод унан ҡурҡа һәм ҡурсалай торғайны. Яхъяның һүҙҙәренән ҙур хафаға төшһә лә, уны бик теләп тыңлай ине.


Мин шунда уҡ һиңә кешеләр ебәрҙем, һәм һин килеп яҡшы эшләнең. Хәҙер беҙ һәммәбеҙ, Раббы һиңә һөйләргә ҡушҡан һүҙҙәрҙе тыңлар өсөн, Алла алдында торабыҙ.


Яхъя янып һәм балҡып торған яҡтыртҡыс ине, ә һеҙ уның яҡтылығына аҙ ваҡытҡа ғына ҡыуанырға теләнегеҙ.


әммә ни эшләргә икәнлеген белмәгән, сөнки бөтә халыҡ Уның артынан ҡалмай эйәреп йөрөп, һүҙен тыңлаған.


Закхей тиҙ генә төшкән дә, Ғайсаны шатланып ҡабул иткән.


Бер ваҡыт, Геннисарет күле буйында, Алла һүҙен тыңларға тип халыҡ Ғайса янына тупланғанда,


Дауыт үҙе Мәсихте Хужам тип исемләй. Шулай булғас, Ул нисек итеп Дауыттың Тоҡомо була ала? Күмәк халыҡ төркөмө Ғайсаны рәхәтләнеп тыңланы.


– Өйөңә ҡайт та, Алла һинең өсөн нимә эшләгәнде һөйлә, – тигән уға. Ул кеше Ғайсаның уның өсөн нимә эшләгәнен бөтә ҡала буйлап һөйләп йөрөгән.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios