Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Лукас 8:22 - Инжил

22 Бер көндө Ғайса шәкерттәре менән кәмәгә ултырған да: – Әйҙәгеҙ, күлдең теге яҡ ярына сығайыҡ, – тигән. Улар ҡуҙғалған.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

22 Бер көндө Ғайса шәкерттәре менән кәмәгә инеп ултырҙы ла: – Әйҙәгеҙ, күлдең теге ярына сығайыҡ, – тине. Улар ҡуҙғалды.

Ver Capítulo Copiar




Лукас 8:22
12 Referencias Cruzadas  

Бынан һуң шунда уҡ Ғайса шәкерттәренә, Ул халыҡ менән хушлашҡан арала кәмәгә ултырып, Үҙенән алдараҡ арғы ярҙағы Вифсаидаға барырға ҡушты.


Кәмәлә барған саҡта Ғайса йоҡлап киткән. Күл өҫтөндә көслө дауыл күтәрелгән һәм кәмәгә һыу тула башлаған, кәмәләгеләргә хәүеф янаған.


Бер ваҡыт, Геннисарет күле буйында, Алла һүҙен тыңларға тип халыҡ Ғайса янына тупланғанда,


Ғайса уларҙы ҡалдырҙы ла, тағы кәмәгә ултырып, икенсе яҡ ярға сығып китте.


Бынан һуң Ғайса шунда уҡ шәкерттәренә кәмәгә ултырып, Унан алдараҡ аръяҡҡа сығырға ҡушты, ә Үҙе халыҡты оҙатып ҡалды.


Шунан һуң Ғайса Галилея күле аръяғына китте. Ул Тивериада күле тип тә атала ине.


Ғайса кәмәлә икенсе ярға кире сыҡҡас, Уның янына күп халыҡ йыйылды. Ул күл янында булғанда,


Ғайса, эргә-тирәһенә йыйылған халыҡ төркөмдәрен күреп, шәкерттәренә күлдең аръяғына сығырға ҡушты.


Теге кешенең эсенән сыҡҡан ендәр сусҡаларҙың эсенә барып ингән. Көтөү сабып киткән дә, текә ярҙан күлгә ташланып, батып үлгән.


Беҙ Асия өлкәһе ярҙары буйлап бара торған, Адрамит ҡалаһынан килгән карапҡа ултырып йөҙөп киттек. Беҙҙең менән Фессалоника ҡалаһында йәшәүсе македон Аристарх та бар ине.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios