Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Лукас 8:21 - Инжил

21 Ғайса хәбәр еткереүселәргә: – Минең әсәйем менән Минең туғандарым – Алла һүҙен тыңлаусылар һәм уны үтәүселәр, – тип яуап биргән.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

21 Ғайса уларға: – Минең әсәйем менән туғандарым – Алла һүҙен тыңлаусылар һәм уны үтәүселәр, – тип яуап бирҙе.

Ver Capítulo Copiar




Лукас 8:21
19 Referencias Cruzadas  

Һүҙҙе тыңлап ҡына үҙ-үҙегеҙҙе алдамағыҙ, уны үтәгеҙ ҙә.


Һеҙ хәҙер быны беләһегеҙ һәм, белгәнегеҙҙе үтәһәгеҙ, бәхетле булырһығыҙ.


Ҡәҙерле дуҫым! Яуызлыҡты өлгө итеп алма, яҡшылыҡҡа эйәр. Яҡшылыҡ ҡылыусылар – Алланан, яуызлыҡ ҡылыусы иһә Алланы күрмәгән.


Әгәр ҙә һеҙ Уның хаҡ булыуын беләһегеҙ икән, тимәк, хаҡлыҡ ҡылыусы һәр кемдең Алланан тыуған булыуын да беләһегеҙ.


Һеҙгә Ата булырмын, ә һеҙ Миңә улдар һәм ҡыҙҙар булырһығыҙ, – ти сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе Раббы».


Ә уңдырышлы ергә төшкән орлоҡ иһә шуны аңлата: кешеләр һүҙҙе ишетеп, уны ихлас һәм саф күңел менән һаҡлай. Ундайҙар түҙемлек күрһәтеп уңыш килтерә.


Шуға күрә хәҙер беҙ бер кемде лә кеше үлсәме менән үлсәмәйбеҙ. Мәсихкә лә элек кеше үлсәме менән ҡараһаҡ та, хәҙер инде улай ҡарамайбыҙ.


– Мине тотма! – тине Ғайса, – Мин әле Атам янына күтәрелмәнем. Шәкерттәремә ҡайтып әйт: «Мин Үҙемдең һәм һеҙҙең Атағыҙ янына, Үҙемдең һәм һеҙҙең Аллағыҙ янына күтәреләм».


Батша уларға яуабында: «Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: Минең иң түбән туғандарымдың береһенә генә лә нимә эшләгән булһағыҙ, шуны Миңә эшләгәнһегеҙ», – тиер.


Петр был һүҙҙәрҙе әйткән саҡта, балҡып торған болот килеп сығып, уларҙы күләгәһе менән ҡаплап алды. Болот эсенән: «Был – Минең ҡәҙерле Улым, Ул Минең ҡыуанысым. Уны тыңлағыҙ!» – тигән тауыш ишетелде.


Шунан Ғайса уларға: – Ҡурҡмағыҙ! – тине. – Барығыҙ, туғандарыма әйтегеҙ, Галилеяға китһендәр. Улар Мине шунда күрер.


Шул саҡта Ул: «Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: нимәне бынау иң түбән заттарҙың берәйһенә генә лә ҡылманығыҙ, шуны Миңә ҡарата ла эшләмәнегеҙ», – тиер.


Ғайсаға: – Әсәйең менән ҡустыларың тышта тора. Улар һине күрергә теләй, – тип хәбәр еткергәндәр.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios