Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Лукас 7:40 - Инжил

40 Ғайса уға: – Симон, Минең һиңә әйтергә теләгән бер һүҙем бар, – тигән. – Әйт, Остаз, – тигән фарисей.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

40 Ғайса уға: – Шимғон, Минең һиңә әйтергә теләгән бер һүҙем бар, – тине. – Әйт, Остаз, – тине фарисей.

Ver Capítulo Copiar




Лукас 7:40
16 Referencias Cruzadas  

Хәҙер беҙ Һинең бар нәмәне белеүеңде һәм хатта һорағанға тиклем үк белеп тороуыңды аңланыҡ. Шуға күрә беҙ Һинең Алланан килеүеңә ышанабыҙ.


Ғайса, уларҙың ни хаҡта һорарға теләүен белеп, былай тине: – Һеҙ бер-берегеҙҙән: «Күп тә үтмәҫ, һеҙ Мине күрмәҫһегеҙ, ә йәнә бер аҙҙан ҡабат күрерһегеҙ», – тигән һүҙҙәремдең нимә аңлатыуын һорашаһығыҙмы?


Мине Остаз һәм Хужа тип атайһығыҙ. Һеҙ хаҡлы: Мин шулмын.


Бер ваҡыт ул төндә Ғайса янына килеп: – Остаз! Беҙ һинең Алла тарафынан ебәрелгән Остаз икәнлегеңде беләбеҙ. Һин ҡылған мөғжизәләрҙе, Алланың ярҙамы булмаһа, бер кем дә эшләй алмаҫ ине, – тине.


Башлыҡтарҙың береһе Ғайсанан: – Изгелекле Остаз, мәңгелек тормош алыр өсөн миңә нимә эшләргә кәрәк? – тип һораған.


Әммә Ғайса, уларҙың уйҙарын белеп, ҡулы ҡороған кешегә: – Уртаға тороп баҫ! – тигән. Теге кеше тороп баҫҡан.


– Табип сәләмәт кешеләргә түгел, ә ауырыуҙарға кәрәк, – тип яуап биргән Ғайса уларға. –


Ғайса, уларҙың уй-фекерҙәрен белеп: – Ни өсөн һеҙ эстән генә шулай уйлайһығыҙ? – тип һораған. –


Ҡиәмәт көнөндә Миңә күптәр: «Хужам! Хужам! Беҙ Һинең исемеңдән пәйғәмбәрлек итмәнекме ни? Һинең исемеңде әйтеп ендәрҙе ҡыуып сығарманыҡмы ни? Һинең исемең менән ҡөҙрәтле күп эштәр ҡылманыҡмы ни?» – тип әйтерҙәр.


Йәһүҙә йәһәт кенә Ғайса янына килеп: – Һаумы, Остаз! – тип Уны үбеп алды.


Ғайсаны ашҡа саҡырған фарисей быны күреп: «Әгәр ул пәйғәмбәр булһа, үҙенә ҡағылған ҡатындың ниндәй икәнлеген белер ине. Ул бит әхлаҡһыҙ», – тип уйлаған.


– Ике кешенең бурысҡа биргән берәүгә бурыстары бар икән: береһенең бирәсәге биш йөҙ динар, ә икенсеһенеке илле динар.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios