Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Лукас 7:37 - Инжил

37 Шул ҡалала йәшәүсе әхлаҡһыҙ бер ҡатын Ғайсаның фарисей өйөндә ашап ултырғанын белеп ҡалып, хуш еҫле май һалынған алебастр һауыт тотоп, шунда барған.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

37 Шул ҡалала йәшәгән әхлаҡһыҙ бер ҡатын, Ғайсаның фарисей өйөндә ашап ултырғанын белеп ҡалып, хуш еҫле май һалынған алебастр һауыт тотоп килеп инде.

Ver Capítulo Copiar




Лукас 7:37
18 Referencias Cruzadas  

Мин тәҡүә кешеләрҙе түгел, ә гонаһлыларҙы тәүбәгә саҡырырға килдем.


Аталарының ихтыярын ҡайһыһы үтәгән? – Беренсеһе, – тип яуап бирҙе тегеләр. Ғайса уларға: – Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: Алла Батшалығына һалым йыйыусылар һәм фәхишәләр һеҙҙән алда инәсәк.


«Әгәр тәҡүә кеше саҡ ҡотола икән, аллаһыҙҙар һәм гонаһлылар ҡайҙа барыр?»


Ҡанун тәҡүә кешеләр өсөн сығарылмаған, ул ҡанунһыҙҙар һәм буйһонмаусылар, Алланы һанға һуҡмаусылар һәм гонаһлылар, динһеҙҙәр һәм изге нәмәләргә битарафтар, ата-әсәһенә ҡул күтәреүселәр, кеше үлтереүселәр,


Һалым йыйыусы иһә ситтәрәк баҫып торған һәм күккә ҡарарға ла ҡыймаған, ә сәсен йолҡҡослап: «Аллам, миңә, гонаһлыға, мәрхәмәтле булсы!» – тип үтенгән.


Фарисейҙар һәм улар араһындағы ҡанун белгестәре асыуланып, Ғайсаның шәкерттәренә ризаһыҙлыҡ белдергән: – Ни өсөн һеҙ һалым йыйыусылар һәм башҡа гонаһлылар менән бергә ашап-эсеп ултыраһығыҙ?


Әммә Алла беҙгә Үҙ мөхәббәтен шулай иҫбат итте: Мәсих, гонаһлы булған сағыбыҙҙа уҡ, беҙҙең өсөн үлде.


Мәрйәм – Раббының аяҡтарына хуш еҫле май һылап, сәстәре менән һөртөп алған ҡатын, ә сирле уларҙың ҡустылары ине.


Ғайса Мәсих донъяға гонаһлыларҙы ҡотҡарырға килде, тигән һүҙҙәр хаҡ һәм тулы ышанысҡа лайыҡ, ундай гонаһлылар араһында мин иң гонаһлыһымын.


Алланың гонаһлыларҙы тыңламауын беҙ беләбеҙ. Ул бары тик Үҙенә табыныусыны һәм Уның ихтыярын үтәүсене генә тыңлай.


Шулай итеп, элек һуҡыр булған кеше икенсе тапҡыр саҡыртылды. Башлыҡтар уға: – Алла алдында дөрөҫөн әйт! Һин әйткән кешенең гонаһлы икәнен беләбеҙ, – тинеләр.


Быны күреп торған бөтәһе лә: – Был тиклем дә гонаһлы кешегә нисек итеп ҡунаҡҡа бармаҡ кәрәк! – тип һуҡранған.


Әҙәм Улы килде, һәр береһе кеүек ашай ҙа, эсә лә, ә һеҙ: «Бына, күрегеҙ, ул ашамһаҡ һәм эскесе, һалым йыйыусыларҙың һәм гонаһ ҡылыусыларҙың дуҫы», – тиһегеҙ.


Фарисейҙарҙың береһе Ғайсаны ашҡа саҡырған. Ғайса, фарисейҙың өйөнә инеп, табынға ултырған.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios