Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Лукас 7:34 - Инжил

34 Әҙәм Улы килде, һәр береһе кеүек ашай ҙа, эсә лә, ә һеҙ: «Бына, күрегеҙ, ул ашамһаҡ һәм эскесе, һалым йыйыусыларҙың һәм гонаһ ҡылыусыларҙың дуҫы», – тиһегеҙ.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

34 Әҙәм Улы килде, һәр береһе кеүек ашай ҙа, эсә лә, ә һеҙ: «Бына, ҡарағыҙ, Ул ашамһаҡ, эскесе, һалым йыйыусылар менән гонаһ ҡылыусыларҙың дуҫы!» – тиһегеҙ.

Ver Capítulo Copiar




Лукас 7:34
13 Referencias Cruzadas  

Фарисейҙар менән ҡанун белгестәре иһә: – Был Кеше гонаһлыларҙы ҡабул итә, хатта улар менән бер табындан ашай, – тип һуҡранған.


Унда Ғайса хөрмәтенә мәжлес ҡорҙолар. Марфа хеҙмәт күрһәтеп йөрөнө, ә Лазарь Ғайса һәм башҡа ҡунаҡтар менән бергә табында ултырҙы.


Быны күреп торған бөтәһе лә: – Был тиклем дә гонаһлы кешегә нисек итеп ҡунаҡҡа бармаҡ кәрәк! – тип һуҡранған.


Шәмбе көнө Ғайса фарисей башлыҡтарының береһенең өйөнә ашҡа барған. Фарисейҙар Уны күҙәткән.


Фарисейҙарҙың береһе Ғайсаны ашҡа саҡырған. Ғайса, фарисейҙың өйөнә инеп, табынға ултырған.


Үҙенең өйөндә Левий Ғайса хөрмәтенә оло табын әҙерләгән. Табында һалым йыйыусылар һәм байтаҡ башҡа кешеләр ҙә ултырған.


Быны күреп, фарисейҙар шәкерттәрҙән: – Ни өсөн һеҙҙең Остазығыҙ һалым йыйыусылар һәм башҡа гонаһлылар менән бергә ашап ултыра? – тип һоранылар.


Ғайса ла үҙенең шәкерттәре менән шул туйға саҡырылғайны.


Ғайса һүҙен тамамлағандан һуң, фарисейҙарҙың берәүһе Уны ашҡа саҡырған. Ғайса, килгәс, табын артына ултырған.


Әгәр үҙегеҙҙе яратҡандарҙы ғына яратһағыҙ, ул саҡта Алла һеҙгә ни өсөн әжер бирер? Һалым йыйыусылар ҙа шулай эшләмәйме ни?


Әҙәм Улы килде, һәр береһе кеүек ашай ҙа, эсә лә, ә улар: «Бына күрегеҙ, ул ашамһаҡ, эскесе, һалым йыйыусыларҙың һәм гонаһ ҡылыусыларҙың дуҫы!» – ти. Әммә Алла зирәклегенең хаҡлығы ҡылған эштәренән күренә.


Сумдырыусы Яхъя килде, икмәк тә ашамай, шарап та эсмәй, ә һеҙ: «Уға ен эйәләшкән», – тиһегеҙ.


Әммә Алла зирәклеге уны ҡабул иткән бөтөн кешеләр тарафынан хаҡ тип раҫлана.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios