Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Лукас 7:29 - Инжил

29 Был һүҙҙәрҙе ишеткән бөтә халыҡ, хатта һалым йыйыусылар ҙа, Алланың хаҡ икәнлеген таныған. Улар Яхъя тарафынан һыуға сумдырылғайны.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

29 Был һүҙҙәрҙе ишеткән бөтә халыҡ, хатта һалым йыйыусылар ҙа, Алланың хаҡ икәнен таныны, сөнки улар Яхъя тарафынан һыуға сумдырылғайны.

Ver Capítulo Copiar




Лукас 7:29
15 Referencias Cruzadas  

Һыуға сумдырылыр өсөн һалым йыйыусылар ҙа килгән: – Остаз! Ә беҙгә нимә эшләргә?


Әммә Алла зирәклеге уны ҡабул иткән бөтөн кешеләр тарафынан хаҡ тип раҫлана.


Мин һыу фәрештәһенең былай тип әйткәнен ишеттем: – Бар, Булған һәм Изге, шулай хөкөм итеүең менән Һин ғәҙел.


Улар Алла ҡоло Мусаның һәм Бәрәстең йырын йырлайҙар ине: – Сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе Раббы Алла! Һинең эштәрең бөйөк һәм ғәжәп. Халыҡтар Батшаһы, Һинең юлдарың ғәҙел һәм хаҡ.


Алланың кешеләрҙе нисек аҡлауын аңлап етмәйенсә, үҙҙәренең аҡланыу юлын урынлаштырырға ынтылып, улар Алланың аҡлау юлына буйһонманы.


– Һеҙ ниндәй һыуға сумдырылыу йолаһын үттегеҙ һуң? – Яхъя ҡылған һыуға сумдырыуҙы, – тип яуап бирҙе шәкерттәр.


һәм Раббы юлына өйрәтелгән ине. Яхъя ҡалдырған һыуға сумдырылыу йолаһын ғына белһә лә, ялҡынлы рух менән Раббы тураһында ысынын бәйән итте һәм өйрәтте.


Әгәр үҙегеҙҙе яратҡандарҙы ғына яратһағыҙ, ул саҡта Алла һеҙгә ни өсөн әжер бирер? Һалым йыйыусылар ҙа шулай эшләмәйме ни?


Мин һеҙгә шуны әйтәм: ҡасан булһа ла тыуған кешеләр араһында Яхъянан бөйөгөрәк берәү ҙә юҡ. Әммә Алла батшалығында иң кесеһе лә унан бөйөгөрәк.


Ә инде: «Кешеләрҙән», – тиһәк, бөтә халыҡ беҙҙе таш менән бәргесләр, сөнки барыһы ла Яхъяның пәйғәмбәр булыуына ышана.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios